+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2021, 09:20

Баҡсасыға кәңәштәр

Августа ҡыяр, помидор өлгөрә. Был ай уларҙы консервалау, ҡышҡылыҡҡа төрлөсә әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Помидорҙың өлгөрөүен тиҙләтеү  саралары ла күрелә. Ян-яҡ ботаҡтарын киҫеп ташлайҙар, асылмаған сәскәләрҙе, артыҡ япраҡтарын өҙәләр

Башлы һуған йыйып алына, көндәр ҡоро торһа, һуғанды түтәлендә үк йоҡа ғына итеп йәйеп киптерәләр. Августа шулай уҡ һарымһаҡ, ашҡабаҡ, патиссондар йыйып алына.

Һуң өлгөрә торған йәшелсәләр әле тәрбиәләүгә мохтаж: ҡый үләндәрен утайҙар, тупраҡты йомшарталар, кәрәге булһа, һыу һибәләр, ашлама индерәләр.

Баҡса еләгенең мыйыҡсаларын кәрәк урынға күсереп ултыртып, уңыш биргән еләк түтәлдәренә ашлама йәки көл һибеп, тупраҡты йомшарталар.

Ҡурай еләгенең ҡарт ҡыуаҡтарын хәҙер үк киҫергә була, тупраҡ та ҡаҙыла.

Ҡарағат ҡыуаҡтарына, еләге йыйып алынғас, бер күнәк һыуға 2 шырпы ҡабы мочевина, 2 стакан көл,  1 г марганцовка, 1 аш ҡалағы универсаль ашлама һалынған шыйыҡса бөркөлә. Онло ысыҡҡа ҡаршы бер күнәк һыуҙа 50-шәр г сода менән һабын иретеп һибергә була.

Ҡарағат ҡыуаҡтарынан сыбыҡсалар киҫеп алып, үрсетеү өсөн ултырталар.

Автор:
Читайте нас: