-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Оҙон ғүмерлеләр сере

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Мәфтуха Сабирйән ҡыҙы Вәлиеваға быйыл 18 мартта 85 йәш тулған.  Сабирйән Кираметдин улы менән Фатима Шәмсетдин ҡыҙының ғаиләһендә Янһары  –  Яңы Собханғол ауылында донъяға килгән ул. Һигеҙ класс белем алғас, йәш  көйө Яхъя Муса улына кейәүгә сыға. Ғүмер буйына сауҙа өлкәһендә эшләй. Хаҡлы ялға киткәненә лә 36 йыл тулып үткән. Мәфтуха апай – биш балалы әсәй, 50 йәштән пенсияла. Кәрим, Гәүһәр, Илдус, Камил һәм Наилә тип ҡушалар улар балаларына. Тормош иптәше бар ғүмерен  урман хужалығына арнай. «Өс улым да ситкә китмәне, һәр береһе йорт һалып инде. Гәүһәр ҡыҙым – Белоретта, Наиләм Өфөлә йәшәй. Үҙемдән  туғыҙ  йәшкә оло Яхъямдың вафатына ла 25 йыл тулып уҙҙы. Әлеге ваҡытта 12 ейән-ейәнсәрем, 10 бүлә-бүләсәрем бар», – ти ул ғорурлыҡ менән. Им-томға һәләт уға нәҫелдән бирелгән. Әсәһе күп нәмәне алдан белеп, тойоп ултырған. Әммә Мәфтуха апай әсәһен күрәҙәсе түгел, ә им-томсо, белемсе булды, ти.

Оҙон ғүмерлеләр сере
Оҙон ғүмерлеләр сере

Һуғыш йылдары балалары

Атаһы һуғышҡа киткәндә, әсәһе береһенән-береһе ваҡ дүрт бала менән ҡала. Ай ҙа үтмәй, бишенсе сабыйҙары донъяға килә. Сабирйән Кираметдин улы Сталинград өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була. «Аслығын да, һыуығын да – барыһын да күрҙек. Өҫтә кейем юҡ. Ләкин түҙҙек. Колхозда ла эшләнек. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, уҡырға, белем алырға тырыштыҡ. Бөтә нәмәгә ҡытлыҡ заман ине шул. Яҙырға дәфтәр ҙә, уҡыу өсөн дәреслек тә юҡ. Шәмгә кәрәсин булмаһа, кистәрен усаҡта сыра

яндырып, көлдөксә эргәһенә ултырып, дәрес әҙерләйбеҙ. Рәхимйән ағайым уҡытыусы булып эшләне. Аҙаҡ Минскиҙағы юғары хәрби училищеға уҡырға инде һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ҡытай Халыҡ Республикаһына кәңәшсе итеп ебәргәндәрендә өлкән лейтенант дәрәжәһенә эйә Рәхимйән Вәлиевҡа ни бары 28 йәш ине. Уға хәрби инженерҙар әҙерләү һәм яңы хәрби ҡоралдар эшләп сығарыуҙа ярҙам итеү бурысы йөкмәтелә. Ҡытай хөкүмәте өлкән лейтенанттың эшен юғары баһалай: уны «Ҡытай – Совет дуҫлығы» миҙалы менән бүләкләйҙәр», – ти Мәфтуха апай ғорурлыҡ менән.

Ағаһы Рәхимйәнгә атаһы фронтҡа  киткәндә – ун, ә Мәфтухаға ике генә йәш була. Мәфтуха атаһын ағаһы хәтерләүенсә белә: ағас йығып, һал ағыҙғанын, ыҫмала ҡайнатҡанын, ҡыштарын бүрәнә ташығанын һөйләй ул. 1936 йылда  көҙөн колхоз идараһы аталарына ике ҡаҙ бүләк итеүен, Күркәтау тигән ағас ҡырҡҡан ерҙән балаларына бер-ике буханка ҡара йә аҡ икмәк алып ҡайтһа, ҡыуана-ҡыуана ашағандарын, бер ваҡыт береһе – ҡара, икенсеһе күк быйма килтергәнен, уларҙы дүртенсе класты тамамлағансы кейеп уҡырға йөрөгәнен дә бәйән итә ҡәҙерлеһе.

Әсәйҙәре Фатима аш бешереүгә оҫта була. 1935–1938 йылдарҙа балалар баҡсаһына ашнаҡсы итеп ҡуйыла. Уның ҡулынан килмәгән эше булдымы икән? Ауылда кендек инәйе лә, ноҡот һалыусы ла, быуындар ултыртыусы ла булып таныла ул...

 

Тормош фәлсәфәһе

«Һуңғы юлға һәр кем үҙенсә әҙерләнә. Йәшәрен йәшәгәс, был мәсьәләгә икенсе төрлө ҡарай башлайһың. Үтте лә китте ғүмер. Барыһы ла ваҡытлыса булды», – ти Мәфтуха апай үткәндәргә бағып.

– Ғаилә тарҡалыуын, никахты  рәсми теркәтмәйенсә сабый тыуыуын хәҙер элекке һымаҡ ғәйепкә алмайҙар. Борон ҡатынын айырғанға эштән сығарыу осраҡтары булды. Хәҙер теләһә – йәшәй, теләмәһә – йәшәмәй. Эштән дә ҡыҫылмайҙар. Хужаларҙы, ундай хәл була ҡалһа, вазифанан бушаталар ине. Был мәсьәләлә иреккә ҡуйыуҙарын дөрөҫ,  тип һанайым. Интегеп йәшәргә кәрәкмәй. Әммә бер-береһен күрә алмай, ыҙалап ғүмер иткән парҙар әле лә бар. Айырылышып та китмәйҙәр, берегә лә алмайҙар, – апайҙың телмәре шундай йәтеш, яғымлы, ҡолаҡты иркәләй, ул һөйләгәндә күңел ял итә.

– Бер ваҡыт ныҡ ҡына бирешеп киткәйнем. Хәл ингәс, үҙемә ҡот ҡойоп ҡараным. Матур ғына йөрәк төштө. Ғүмерем бөтмәгән икән әле,  тип уйланым, –  ти ул.

Яғымлы инәйҙең шулай ихлас  йылмайыуынан күңел яҡтыра. Үҙеңде ҡарау, үҙеңде яратыу тигәнде Мәфтуха апай үҙ-үҙең менән килешеп йәшәү тип аңлай.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Оҙон ғүмерлеләр сере
Оҙон ғүмерлеләр сере
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: