Әсәһе Миңлебикә Шәрип ҡыҙы Учалы руднигында шахтала эшләгән була. Мәликә менән Мәҙинәне яңғыҙы тәрбиәләй фиҙакәр әсә. Ир-ат таһыллығы ла, ҡатын-ҡыҙ сабырлығы ла була үҙендә. Колхозға ҡайтып, Ахунда үҙ көсө менән йорт һалдыра. Унда ашлыҡ ағыуларға эшкә сыға. Мәҙинә ҡыҙын Сибай һөнәри-техник училищеһына штукатур-буяусы һөнәренә уҡырға бирә. Буласаҡ тормош иптәше Рәшит менән шунда таныша сибәркәй. Ейәнсура егете балта оҫтаһына белем алған була. «Каникулда һомғолланып үҫеп киткәнмен дә Рәшит яныма килергә ҡыймай йөрөй. «Артабан осраша алмаҫбыҙ инде, оҙон буйлы ҡыҙ янында тәпәшәк булып йөрөү килешмәҫ», – тип хат яҙған. Мин ғәжәпләнеп ҡалдым. Һөйөүе көслө булғандыр, күрәһең, бер аҙҙан үҙ ҡылығы өсөн ғәфү үтенде лә яңынан осраша башланыҡ. Тиҙҙән Рәшитте армияға алдылар. Әрменән ҡайтҡас, уның: «Әсәйем ауырый, мин водителгә уҡып йөрөйөм, һиңә барырға мөмкинлегем юҡ, үҙеңде көтәм», – тигән хаты килеп төштө. Әнейем тыйыр тип, апайыма ғына өндәштем дә, әйберҙәремде алып, юлға сыҡтым. Йыраҡ Ейәнсура районы Таҙлар ауылына саҡ барып еттем. Рәшитем ҡыуанып ҡаршы алды, был юлы үҙе бер башҡа бейек булып үҫеп киткән, ысын баһадир, әйтерһең. Әнейемдәрҙе лә саҡырып, никах уҡытҡас, бергә ҡәйнә йортонда матур ғына йәшәп киттек. Тик биш йыл балабыҙ булманы. Ошо арҡала байтаҡ һүҙ ишетергә тура килде. Ҡайтам, тип уҡталған саҡтарымда, Рәшит сабыр булырға өндәне. «Һине лә, әсәйемде лә рәнйеткем килмәй, түҙәйек, сабыйыбыҙ була ул, тип йыуатты», – ти Мәҙинә Муллаҡай ҡыҙы тормош инешендәге һынылышлы мәлдәрен хәтерләп.
Ауылда күңел баҫырлыҡ йүнле эш булмағас, тәүәккәл һылыу Дәүләкән һөнәрселек училищеһына уҡырға юллана. Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була ул иретеп-йәбештереүселәр төркөмөндә. Уҡып ҡайтып, ауылдағы РТС-та һайлаған һөнәре буйынса тир түгә уңған Таҙлар килене. Зауыҡ яратҡан һөнәр оҫтаһы машиналарҙа буяу ҡупҡанын күреү менән, уларҙы шундуҡ буяп та ҡуя торған була. Өйҙә лә иҫәпләшеп тормай, кәритә менән утынын да, тиреҫен дә ташый. Ниһайәт, көткән бәхетле мәл етә – йөккә уҙыуы хаҡындағы һөйөнөстө бөтә тырышлыҡтары өсөн Аллаһ Тәғәләнең фатихаһы тип ҡабул итә йәш ҡатын. Ләкин уйламағанда алты айлыҡ ауыры төшә, тағы йәнен өткән өмөтһөҙлөк менән көрәшергә тура килә ҡорос йәнле һылыуҡайға. Бына-бына бәхет ишектәре асылыр ҙа бер-бер артлы биш балаһы донъяға килер, һөйөклө ире менән ҡыуанышып уларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтерерҙәр, тип күҙ алдына ла килтермәй әле ул ваҡытта. Әммә сабырҙарға, күркәм холоҡлоларға Аллаһ Тәғәлә көткәндәрен алдына сығара. 1977 йылда тәүге сабыйҙары – Гөлсинәне ҡулдарына ала бәхетле атай менән әсәй. Йүргәктәге йылмаяҡ бәпес үпкәләүҙәрҙе лә оноттора, ҡәйнә менән килен араһына йылылыҡ та өҫтәй. Өс йылдан Азат тыуа, унан Зиниә, Зөлфиә, бәләкәстәре Динар – йәштәрҙең яңы һалған иркен йорто балалар көлөүенә тула. Дәрт тоҡана күңелдәрендә. Тырыш әсә, Иҫәнғолға йөрөп, штукатур-буяусы булып эшләй. Тракторсы ире, техникалар һатып алып, яҡташтарына картуф ултыртыу, бесән сабып-йыйыу буйынса хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. «Нива» машинаһын да ауылда беренселәрҙән булып улар һатып ала. Һуңғы йылдарында Рәшит Нәжми улы үҙ көсө менән ҡуй һарыҡтарын үрсетә. Уларҙың һаны йөҙҙән ашып китә. Байрамдарҙа, һәр сабыйының тыуған көнөнә һарыҡ сала торған була ғаилә башлығы. Улар бөтә балаһына ла юғары белем бирә. Ауылда Азат менән Динар улдарына ике ҡатлы йорттар ҙа һалыша хәстәрлекле атай. Шулай итеп, 52 йыл татыулыҡта, мөхәббәттә тигеҙ ғүмер итә Мәҙинә Ханафина менән Рәшит Дүшәнбаев...
...«Дүрт балам да өҙөлөп тора, һәр кеме машина йөрөтә, мине дауаханаға, тыуған яғым Учалыға алып барып киләләр. Ахун ауылы татлы көртмәлеләре менән дан тота бит, ул емештән ләүештәр телде йоторлоҡ була, – тип йылмая ағинәй. – Балаларым өсөн доғалар уҡып, бәхет кенә теләп ултырам. Гөлсинә ҡыҙым менән Илгиз кейәү Стәрлетамаҡта йәшәй. Еләктәй өс ҡыҙҙары бар: Регина ейәнсәрем Өфө нефть техник университетында уҡый, Рината психологҡа белем ала, ә Амалия етенсе класҡа бара. Ауылда төпләнгән Азат улым менән Гөлфиә киленем дүрт бала тәрбиәләй: Илнара Сибай педагогия колледжында уҡый, Илназ – туғыҙҙы, Алина – өсөнсөнө, Артурыбыҙ икенсе класты бөттө. Чечняны ла үткән, полицияла ла хеҙмәт иткән Азат улым, үҙ эшен асып, техникалары менән ауыл халҡына ярҙам күрһәтә. Йөк машиналары, тракторҙар, бесән сапҡыстар – бөтә нәмә бар хужалығында. Киленем – психолог. Байыш ауылында уҡытыусы булып эшләгән Зиниәбеҙ баһадир ике ул үҫтерә: Самат менән Аяз уҡыуҙа ла, мәктәптең йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Зиниә ҡыҙым менән Гөлфиә киленемдең бер туғандай татыу булыуына ла ҡыуанам. Вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән Динарым – дүрт бала атаһы. Изгелекле, эшһөйәр улым – ауыл биләмәһе Советы депутаты ла. Амелия ҡыҙы – дүртенсегә, Данил улы икенсе класҡа бара, Нәсимгә – өс, ә бәләкәстәре Дианаға бер йәш тула. Илгәҙәк, тырыш ейән-ейәнсәрҙәремде яратам. Йүгереп килеп, хәлемде белешәләр, нимә эшләйем, тип торалар. Бигерәк тә Илназ ейәнем эшкә маһир. Ҡышын ҡар көрәп, юлдарҙы таҙартып ҡуя, йәйен баҡса ҡарашалар».
Ейәнсура районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.