-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт

Башҡортостанда 2020 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, хаҡлы ялдағы ханымдар һәм уҙамандар хозур тәбиғәтле республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына бушлай бер көнлөк сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенә эйә. Проект сиктәрендә 2023 йылдан башлап Белоруссияға сәфәрҙәр ҙә ойошторола. Былтыр был илдә 1,6 мең яҡташыбыҙ булған. Форсаттан файҙаланып, мин дә ҡунаҡсыл белорус ерен күреп ҡайтырға ниәт иттем.

Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт
Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт

Йыл башында уҡ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» сайтына инеп, программала ҡатнашырға теләүселәр исемлегенә яҙылдым һәм сәйәхәт өсөн апрель аҙағын һайланым. Проектты ғәмәлгә ашырыусы туроператорҙар сығымының ҙур өлөшө республика бюджетынан ҡаплана, беҙгә 27 мең өҫтәп түләргә ҡала. Тур хаҡына самолетта осоу, Минскиҙа ҡунаҡханала йәшәү, иртәнге аш, трансфер, экскурсиялар, страховка инә.

Төркөмөбөҙ республиканың төрлө райондарынан йыйылған 48 кешенән тора ине: дүрт уҙаман, ҡалғандары – ҡатын-ҡыҙ. Минскиға өс сәғәт тирәһе остоҡ. Өфө менән ваҡыт айырмаһы ике сәғәт. Аэропортҡа килеп төшкәндә сәғәт иртәнге ун беренсе киткәйне. Унда Татьяна тигән гид ҡаршы алды һәм беҙ Белоруссияла булған бөтә көндәр дауамында төркөмөбөҙҙө оҙатып йөрөнө. Уңайлы автобусҡа ултырып, шул уҡ көндә ҡаланың төп иҫтәлекле урындары менән танышырға киттек. Урта быуаттарҙағы ғибәҙәтханалар, заманса һарайҙар, Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны, Милли китапхана, мөһабәт сиркәүҙәр, киң проспекттар, һәйкәлдәр, ҙурлығы һәм күплеге менән хайран иткән спорт объекттары – тәьҫораттар байлығынан баштар әйләнерлек. Төштән һуң автобус ҙур булмаған, күркәм ҡунаҡхана янында туҡтаны. Беҙҙе ике кешелек бик йәмле бүлмәләргә урынлаштырҙылар.

Иртәгәһен ҡунаҡханала ашап-эсеп, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейына юлландыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында был илдең һәр өсөнсө кешеһе һәләк булған йәки яраларҙан үлгән. Минск азат ителеү менән ошо дәһшәтле яуҙа белорус халҡының үлемһеҙ батырлығын һәм сикһеҙ фажиғәһен сағылдырған музей асыуҙары һис ғәжәп түгел. Шартлап, ярсыҡтары юғарыға атылған снаряд рәүешендә төҙөлгән музейҙағы кисереште еткерерлек һүҙҙәр юҡ. Башҡа хәрби музейҙарҙа Еңеү рухы тантана итһә, бында килеп инеү менән һуғыштың тәүге көндәренең, тәүге минуттарының ҡот осҡос аяуһыҙлығы тойола.

Хатынь ауылына барыу тағы ла нығыраҡ тетрәндерҙе. Фашистар барлыҡ халҡы менән яндырған белорус ауылының фажиғәле яҙмышын мәктәп йылдарынан уҡ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Һуғыштан һуң уның урынында мемориал төҙөлә. Уртала – үле малайын күтәргән ҡарт статуяһы. 

Яндырылған һәр өй урынында мейес торбаһы рәүешендә монумент тора, шул йортта йәшәүселәрҙең бөтәһенең дә исеме уйып яҙылған.

Былтыр Беларусь үҙ ерҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителеүенең 80 йыллығын билдәләне. Хатынь һәм башҡа мемориал комплекстар һуғыш башҡаса ҡабатланырға тейеш түгеллеген иҫкә төшөрөп тора.

Сәфәребеҙҙең өсөнсө көнөндә Мир һәм Несвиж һарайҙарына юл тоттоҡ. Несвиж һарайы – XVI–XVIII быуаттарҙағы архитектура ҡомартҡыһы, музей-ҡурсаулыҡ. Уға кенәз Николай Радзивилл 1582 йылда нигеҙ һалған. Туристар бында урта быуат мөхитенә «сумыр», уҙған дәүерҙәрҙең һулышын тойор өсөн килә.

Мир һарайы ҡеүәтле хәрби ҡоролма булған, белорус ерҙәре буйлап үткән бөтә яуҙарҙа «ҡатнашҡан». Дәүерҙәр дауамында ул әллә нисә тапҡыр тергеҙелгән һәм үҙгәртеп ҡоролған.

Сәфәребеҙҙең дүртенсе көнө яугир-интернационалистарға арналған «Ҡаһарманлыҡ һәм Хәсрәт» һәйкәленән башланды. Ул иҫке Минск ҡалаһының иң уртаһында, Свислочь йылғаһы бөгөлөндәге яһалма утрауҙа, урынлашҡан. Комплекс 1991 йылда төҙөлә башлай, 1996 йылда асыла. Бик тиҙҙән ул интернациональ һәм яугирлек бурысын үтәп, сит ерҙәрҙә башын һалған бөтә Беларусь улдары һәм ҡыҙҙары хаҡында тәрән ҡайғыны сағылдырыусы урынға әйләнә.

Өйөлгән ҡалҡыулыҡта – бейек шәм кеүек һәйкәл-бәләкәй сиркәү. Сиркәү эсендәге алтарь диуарҙарында – һәләк булған яугир-интернационалистарҙың исемдәре. Белоруссиянан утыҙ меңгә яҡын яугир афған һуғышы аша үткән. Шуларҙың 771-е һәләк булған.

Беҙ шулай уҡ Беларусь Республикаһының Художество музейында булдыҡ. Сикһеҙ бай коллекциялар тупланған мәшһүр бина әллә ҡайҙан уҡ ҡарашты йәлеп итә. Уның фондында 33 меңдән ашыу әҫәр һаҡлана. Музей буйлап ике сәғәткә яҡын йөрөнөк. Әлбиттә, был ваҡыт эсендә генә залда­рындағы әҫәрҙәрҙең йөҙҙән бер өлөшөн дә күреп өлгөрмәнек. Ләкин ҡараған хәтлеменән, уларҙың тарихын ишетеүҙән иҫ киткес күңел ҡәнәғәтлеге алдыҡ!

Беҙҙең төркөмгә боронғо мәсеткә барыу бәхете лә тейҙе. Минскиҙа тәүге ағас мәсет 1599 йылда татарҙар йәшәгән биҫтәлә төҙөлә. XX быуат башында уның урынына таш мәсет һалалар. 1962 йылда, был урында ҡунаҡхана төҙөү өсөн, уны һүтәләр. 1997 йылда иһә мәсетте реставрациялау проекты эшләнә. Төҙөлөш өҙөклөк менән егерме йылға яҡын дауам итә һәм 2016 йылда тамамлана. Мәсет – Белоруссия мосолмандарына Төркиәнең Дини фондынан бүләк.

2019 йылда асылған Ислам музейы үтә лә бай йөкмәткеһе менән әсир итте. Экспозицияға белорус ерҙәрендә ислам тарихы хаҡында Белоруссияла, сит илдәрҙә йыйылған артефакттар ингән.

«Дудутки» боронғо белорус кәсептәре музейында милли сәнғәт, халыҡ кәсептәре менән танышыу ҙа күңелдәргә хуш килде. Музей Минскиҙан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Иҫке тирмән, он тарттырырға килгән крәҫтиәндәр өсөн йорт, көршәк яһау, ағас эшкәртеү оҫтаханалары, солоҡсо өйө, тимерлек, сыр яһау цехы, икмәкхана уҙған быуаттарҙағы көнитмеште бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтыра. Һаламдан төрлө әйберҙәр үреү оҫталығы менән таныштыҡ. Дуду тигән музыка ҡоралында уйнауҙарын тыңланыҡ, сало, тәмле сыр, мейестән саҡ сыҡҡан икмәктән ауыҙ иттек.

Ҡайтырға бер көн ҡалды тигәндә, урта быуат ҡалаһы Борисовҡа юл алдыҡ. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғалары менән бәйле. Бында 1812 йылдың ноябрендә Березин йылғаһы ярҙарында Наполеон армияһы тар-мар ителгән. Бөгөн ошо урында «Брилев яланы» комплексы урынлашҡан. Француз һалдаттары, билдән боҙло һыуҙа тороп, йылғаны кисеү өсөн яйланма төҙөгән. Наполеон, армияһын ташлап, шул яйланма буйлап ҡаса. Рус һәм француз ғәскәрҙәре араһындағы ҡанлы алышта 50 меңгә яҡын кеше һәләк була. Яу яланында рус һәм француз һалдаттарына һәйкәлдәр ҡуйылған.

Артабан сәйәхәтебеҙ Жодино ҡалаһы аша үтте. Ҙур булмаған боронғо ҡала Беларусь автомобиль заводы – БелАЗ менән дан тота. Белорустар завод менән бик ғорурлана һәм уның ҡаҙаныштарын ҙур теләк менән күрһәтә. Цехтар буйлап үткәс, донъялағы иң ҙур самосвал – 450 тонна йөк һыйҙырышлы гигант янында фотоға төшөргә лә онотманыҡ.

 

Эльвира ХАЛИҠОВА,

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Өфө – Минск.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт
Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт
Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт
Автор:
Читайте нас: