-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙйәшәр инәй сере

Йөҙ йәшен билдәләгән Мөшәрәфә Мырҙағолова, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күрә һәм үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанға шөкөр итә. Күҙҙәре һаман да үткер уның, берәй кейем һүтелгәнен күрһә, тиҙ генә тегеп тә ҡуя. Доғаларын уҡып, тәсбих тартып, йәш быуынға – бәхетле ғүмер, тыуған иленә именлек теләп ултыра ул. Асыҡ зиһенле, ипле һүҙле, мөләйем йөҙлө ағинәйҙән аҡһөйәктәргә генә хас ҡупшылыҡ, нескәлек тә сағылып китә. Ә бит яҙмышы һис еңелдән булмаған. Булмышындағы эске мәҙәнилек, тәрбиә, аҡыл оло йәштә лә кешене шулай йәмләй, күрәһең. Әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәгән Мәҙинә ҡыҙы ҡурсыуында бәхетле ғүмер итә йөҙйәшәр.

Йөҙйәшәр  инәй сере
Йөҙйәшәр инәй сере

Уңған инәй ошоға тиклем ҡыҙынан һис ҡалышмай, уға өй эшендә ярҙам итешеп, баҡса ултыртышып, түтәл утап та йөрөгән. «Йәш сағынан ҡул эшенә оҫта булды: тиҙ генә күлдәген килештереп тегеп алһынмы, йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, биҙәкле ситле мамыҡ шәлдәр бәйләһенме – шулай ейәндәренең һәр кеменә исемләп ҡышҡылыҡҡа тоҡлап-тоҡлап йылы әйберҙәр бүләк итер ине. Аш-һыуға ла иҫ киткес уңған ул, әсәйемдән туй-мәжлестәр өсөн бауырһаҡ, ҡабарып торған тәмле икмәктәр бешертә торғайнылар», – ти Мәҙинә ҡыҙы. Бөгөн уңған инәйҙең 26 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.
Мөшәрәфә Мөхәрәм ҡыҙы 1923 йылда Ауырғазы районының Иҫке Ибрай ауылында Мырҙағоловтар ғаиләһендә 11-се бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ике ағаһын да фронтҡа алалар. Дүртенсе синыфты ғына тамамлаған ҡыҙсыҡ, апайҙарына эйәреп, колхоз эшенә егелә. Бер аҙҙан уларҙы Архангелгә урман ҡырҡырға ебәрәләр. Тырыш ҡыҙ өлкәндәр алдында һыр бирмәй, ең һыҙғанып тир түгә. Серек бәрәңге ҡоймағы, бер киҫәк ҡара икмәк, үлән һурпаһы ла хан һыйындай тойола уларға. Кешегә фатирға төшкән ҡыҙҙар, мейес яғып, еүешләнеп, батҡаҡҡа ҡатҡан кейемдәрен киптереп тә өлгөрмәй, ҡара таңдан тағы урман киҫергә юллана. Баҫыуҙа ураҡ та ура, көлтә лә бәйләй, сөгөлдөр ҙә утай, фермала һыйыр ҙа һауа, игенселәргә икмәк тә бешерә, теген машинкаһында ситса күлдәктәр тегеп, ауылдаштарын һөйөндөрә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән ул.
Һуғыштан яраланып ҡайтҡан ауылдашы Тимербулат Мөхәмәтвәли улы менән татыу ғаилә ҡоралар. Донъяларын йәмләп, Динә менән Мәҙинә исемле ҡыҙҙары тыуа. Уларға яҡшы тәрбиә бирә тырыш ата-әсә.
«Әле 90 йәшемдә лә гөрләтеп донъя көтә инем: селтәрле матур шәлдәр ҙә бәйләнем, ҡош-ҡортон да күпләп тоттом, баҡсамда бөтә төр йәшелсә-емеш үҫтерҙем. Күршеләрем һәйбәт булды: «Йөҙ йәшенә артылғанда ла Мөшәрәфә апайҙың ҡулына күҙ эйәрмәй», – тип маҡтап торорҙар ине. Иҫке Ибрай ауылындағы өйөмдә утым да, газым да бар, әммә Мәҙинә ҡыҙым, яңғыҙыңа ҡыйын, тип, үҙҙәренә алып ҡайтты. Балаларымдан уңдым, улар мине матур ҡарай: өҫтөм таҙа, тамағым туҡ, әле бына бер ейәнсәремдә ҡунаҡ булып ҡайттым. Хәҙер Стәрлетамаҡтағы Динә ҡыҙыма юлланам», – ти бәхетле инәй.
«Әсәйем үҙе һәр саҡ зауыҡлы, йыйнаҡ, килешле итеп кейенде. Әле лә уны шулай күркәм йөрөтөргә тырышабыҙ», – тип йылмая Мәҙинә апай.
«Дауаханала ла ятманым, спиртлы эсемлек тә ауыҙыма алманым, үлән ашап үҫкәнгә, бәлки, ныҡлымындыр. Бөгөн йәш егеттәр өсөн йөрәгем һыҙыла, улар йәшәргә лә йәшәргә, атайлыҡ бәхетен татырға, балаларын һөйөү һәм ҡурсыуҙа үҫтерергә тейеш бит. Донъяла тыныслыҡ урынлашһын ине», – тип иң ҙур теләген белдерә бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған Мөшәрәфә инәй.
Кешеләрҙе, тормошто яратҡан илгәҙәк ағинәй һәр минуттың ҡәҙерен белергә, сабырлыҡта, матур уй-ниәттәрҙә йәшәргә өндәй. Бәхет асҡысы – барыбер үҙебеҙҙең ҡулда, ти йөҙйәшәр.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: