Хәстәр менән тулы хистәр
Ғаилә төшөнсәһе юғала икән, бала ҡалдырып китеү, ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырыу бер нәмә түгел. Бында ла төрлө яҙмышлы кешеләр йыйылған. Сәбәбе лә – балалары ташлау түгел, ә ҡарттарға, ауырыу кешеләргә махсус бағыу, айырым кеше кәрәклеге арҡаһында шундай аҙымға барырға мәжбүр булыуҙары. Күптәр эшен ҡалдыра алмай. Яҡыны шундай хәлгә ҡалғас, уны махсус йортҡа алып барырға, тигән еңел булмаған ҡарарға киләләр. Зөлфирә Радик ҡыҙы бында йәшәгәндәрҙе хужаларса хәстәрлек менән күҙәтә. Бер нәмә лә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай.
– Ялан аяҡ йөрөмә! – ти ул үҙенә ҡолас йәйеп килгән сал сәсле инәйҙе ҡосағына алып һөйөп.
Шул ваҡытта икенсе бер инәй ҡаршыһына йүгерә:
– Шкафтағы кейемдәремде бутамаҫтармы?
– Юҡ, бутамаҫтар, – тип сабыр, хәстәрлекле тауыш менән яуап ҡайтара Зөлфирә ханым.
Йәшәү, йыуыныу, кер йыуыу өсөн уңайлы бүлмәләргә күҙ һалабыҙ. Ҡайҙа ла – таҙалыҡ, тәртип. Керҙе прачечныйҙа йыуһалар ҙа, бында йәшәүселәр ваҡ әйберҙәрен үҙҙәре лә тиҙ генә сайҡатып элә ала.
Һәр карауат өҫтөнә кәштә ҡуйылған. Унда открытка, фото кеүек шәхси әйберҙәрен һаҡлайҙар.
– Зоя, илама инде, беҙ һинең менән бит ҡайтып килергә килештек, – тип йыуата Зөлфирә Радик ҡыҙы, уны күреү менән һығылып ҡына сеңләргә тотонған әбекәйҙе. – Ә бына быныһы ҡосаҡлашарға ярата, – тип ихлас ҡосаҡлап ала ул икенсеһен. – Ой, балдағы матур, – ти ул был инәйҙең ҡулдарынан тотоп. Уныһы ҡояштай яҡтыра. – Матурҡайым, аҡыллым, – ти Зөлфирә ханым, уны арҡаһынан һөйөп. Кемдер шул арала башы ауыртыуына зарлана.
– Хәҙер, дарыу бирерҙәр, – ти ул, түҙеп кенә баҫып торған бер иргә.
Әүҙем оҙаҡ йәшәү бүлеге 4-се ҡатта урынлашҡан. Телевизор ҡарайҙар, аралашалар. Бер бүлмәлә икешәр кеше һыйышып йәшәй. Шул уҡ ҡатта тренажер залы бар.
– Былар йәшәгән бүлмә өлгөлө һанала, – тип ул беҙҙе ошонда бер-береһен тапҡан пар янына алып инә. Ғаилә ҡорғандар һаны 13-кә еткән. Никахтарын теркәргә теләүселәргә ҡаршылыҡ юҡ. Бер үҙҙәре йәшәргә теләүселәр күп – сират.
Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ошо ойошманың ветерандар советы рәйесе Абдрахман Ғөбәй улы Абдуллин шундай бер бүлмәлелә йәшәй. – Бындай етәкселәр менән тау аҡтарырға була, – ти ул, Зөлфирә ханыма йылмайып ҡарап.
– Ҡайһы яҡтанһығыҙ? – тигән һорауыма ул: «Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡайһы яҡтан? Шул яҡтанмын, – тип һорау менән яуап бирә лә, беҙҙән яуап ишеткәс: – Бына был ханым – минең хәләлем, – тип фотолағы мөләйем ҡатынға күрһәтә. – Президентыбыҙҙың 7-се кластағы математика уҡытыусыһы ул. Ә үҙем өлкән кластарҙа математика дәрестәрен 47 йыл уҡыттым».
– Ниңә улай әҙ? – тип шаяртҡан булабыҙ.
– Сөнки һуғыш ваҡытында үләнде күп ашаныҡ, шуғалыр, – тип яуаплай Абдрахман Ғөбәй улы. 1931 йылғы ул. – Балалары тере булғандар был йортҡа эләкмәй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бындамын. Балаларым һәйбәт. Беренсе сәбәп – үҙемә айырым бүлмә кәрәклеге, икенсенән – һаулығым буйынса һәр ваҡыт табип күҙәтеүе аҫтында булырға тейешмен. Зөлфиә Радик ҡыҙы директор итеп ҡуйылғас, күп эштәр башҡарылды. Уның тәжрибәһе лә, аҡылы ла етерлек, – ти ул етәкселекте маҡтап.
Ижад – йәшлек ҡомары
«Именлек» республика геронтология үҙәге диуарҙарын картиналар галереяһы биҙәй. Рәссам Константин Юрьев 14 йыл инде ошо йортта йәшәй. Буяуҙарҙы үҙе һатып ала, йә волонтерҙар килтерә. Асҡар Абдразаҡовтың, Юрий Шевчуктың һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең портреттарын яҙған.
Православие, ислам динен тотҡандар өсөн ғибәҙәтхана булдырылған.
Бында 175 эш урыны иҫәпләнә. Сәс киҫтереүселәре бар, волонтерҙар ҙа килә. Оло йәштәгеләрҙең тырнағын ҡырҡыу кеүек гигиена сараларын уларҙы йыуындырған ваҡытта хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре башҡарһа ла, ҡайһы бер осраҡтарҙа подологты ситтән саҡыралар. Фельдшер пункты хеҙмәткәрҙәре һәм 4 белгес: 2 терапевт, невролог һәм психиатр бында йәшәүселәрҙең һаулығы һағында тора. Теш дауалау кабинеты ла була ҡасандыр. Стоматология поликлиникаһына барып етә алмағандарға теш табибын саҡырыу мөмкинлеге менән файҙаланалар. Физиотерапия бүлмәһе алмаг, биоптрон, магниттар, полмагтар кеүек кәрәкле медтехника менән тәьмин ителгән. Фитосәйҙәр, кислород коктейлдәре лә әҙерләйҙәр. Реабилитация-адаптация бүлеге ике ҡатты биләй.
«Именлек» – ышаныслы ҡулдарҙа
Зөлфирә Маскулова быға тиклем Республика халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләй. Шуға ла ҡайҙа килгәнен белеп, аңлап, ризалаша был тынғыһыҙ вазифаға. Зөлфирә – билдәле йырсы Рәйсә Ғәлимуллинаның ҡыҙы. Әсәһе опера йырсыһы булып танылыуҙан тыш, ундан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән башҡорт йыр сәнғәтенең тарихы буйынса ғилми эштәр баҫтырып сығара. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор. Атаһы ла уның билдәле кеше була. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – Радик Ғабдулла улы Хәбибуллин. Зөлфирә ата-әсәһе кеүек сәнғәт юлын һайламай, иҡтисадсы һөнәрен ала. Тормош иптәше Илшат Мөнир улы менән матур ғаилә төҙөйҙәр, 37 йыл бергә улар. Мөхәббәт емештәре – улдары – Илдар һәм Дамир икеһе лә ғаилә ҡороп, дүрт ейән-ейәнсәр бүләк иткән. Ошо терәк-таяуҙары уны көслө рухлы итә. Мөхәббәтле кеше әйләнә-тирәләгеләрен һөйөүе менән йылыта. Уларға йәшәүгә көс, дәрт өҫтәй. Зөлфирә Радик ҡыҙы ла – ана шундай.
– Төрлө яҙмыштар менән танышаһың. Һәр кемдең хәленә инергә тырышаһың. Бында килеп эләккән кеше ғүмерен сағыу, файҙалы итеп йәшәргә тейеш, – тигән фекерҙә ул. – Ә уның өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙур көс һала. Килгән берәү үҙәктә эшләп китә алмай. Эш хаҡы ла әллә ни күп түгел. Шәфҡәт туташтары 28 мең һум тирәһе ала. Кистәрен бында йәшәүселәрҙең ялын ойошторорға кәрәк. Бергәләп фильм ҡарау, артабан ул хаҡта фекер алышыу үҙе бер ваҡиғаға әйләнә. Сығып йөрөй алмағандарға видеотуризм ярап ҡала. Ул сараларҙы ойошторорға мәҙәниәт белгесе бар. Пароходта йөҙәбеҙ, планетарийға сәйәхәт ойошторабыҙ. Бында ысынлап үҙ эшен бирелеп башҡарғандар ғына ҡала. Ә ундайҙар бар. Кәрәк булһа, эштән һуңғы ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр. Ирина Рифир ҡыҙы Шәйәхмәтова, Марина Валерьевна Уразбахтина кеүек хеҙмәткәрҙәр алтынға бәрәбәр. Бөтә коллективтан уңдым, – ти етәксе.
Зөлфирә ханым менән һөйләшкәндә мейене сүкегән һорауҙы бирергә йөрьәт итәм:
– Ә бында йәшәүселәрҙе балалары ниңә үҙҙәре ҡарамай?
– Төрлө яҙмышлы кешеләр осрай. Балалары сит илдә булғандар ҡарттар йортонда көн күрергә мәжбүр. Вахта буйынса эшләгәндәр шундай аҙымға бара. Тормошта барыһы ла булыуы ихтимал. Ҡарттарҙы ҡарауһыҙ өйҙә ҡалдырыу мөмкин түгел – газды асып, донъяһын күккә осороу, йә иһә дарыуҙарын ваҡытында ҡабул итмәй йәки, онотоп, булғанын тотошлай ашап ҡуйыу хәүефенән һәм башҡа осраҡтар арҡаһында. Һәр яҙмышты аңлап ҡарарға кәрәк. Һаулыҡтары насарайһа, «Тиҙ ярҙам» да бында етеҙерәк килә.
«Именлек»тә Республиканың стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары белгестәре белемен камиллаштырып тора. Уларға түшәктә оҙайлы ваҡыт ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарарға өйрәтәләр. Дәүләт мәшғүллек хеҙмәтенең уҡыу үҙәге менән берлектә һабаҡ бирәләр.
Ҙур бүләк – мөхәббәт!
«Именлек» Республика геронтология үҙәгенә Украинаның Харьков өлкәһе Изюм ҡалаһынан Екатерина Тендитная килеп урынлаша. Мөләйем йөҙлө ханым етмешен артылғанда яҡты хистәр солғанышында ҡалырмын, тип уйланымы икән? Күптән түгел ул ошонда мөхәббәтен осратып, Шерали Рәхим улы Холовҡа кейәүгә сыға. Ярай ҙа бында бер кемдең дә ирке сикләнмәй. Яҡты хистәр, изге уйҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Кеше кеше булып ҡалһын өсөн, ул изгелек, миһырбанлыҡ, һөйөү хистәрен ҙурлап, шуға ышанырға, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәргә тейеш. «Именлек» республика геронтология үҙәге – нур, яҡтылыҡ, һөйөү, миһырбанлыҡ менән балҡыусы бер утрау ул. Ҙур йөрәклеләр генә бындай ерҙә эшләй ала, тап улар – шәфҡәтлелек өлгөһө, ә хеҙмәттәре иң юғары баһаларға лайыҡ. Уларҙың рух ныҡлығы – кешелеклектең үлсәме. Нәзәкәт, наҙ, яҙ – тап уларҙың ҡарашында.