-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Етем балаларға йылы ойоҡбаштар бәйләүсе инәй

Саҡмағош районының Көсәкәй ауылында йәшәүсе 85 йәшлек Сания Сәләхова йыл да, ҡыш айҙары еткәс, район үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына йөн ойоҡбаштар бәйләп алып килә. Бер иштән, төрлө үлсәмдәге йылы башалтайҙар килтереүсе ағинәйҙе социаль учреждениела белеп тә бөткәндәр. Мөдир Зөлфиә Тимерғәлиева әйтеүенсә, Сания Хажиәхмәт ҡыҙының йылы бүләктәрен балалар ҙа көтөп ала башлаған.

– Бер ҙур һауытҡа һалып алып килә ул ойоҡтарҙы. Беҙҙең приютта 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар ваҡытлыса йәшәй. Уларҙың барыһы ла социаль етемдәр. Йәғни ата-әсәләре була тороп та, эскән, ауыр тормош шарттарында йәшәгән ғаиләләрҙән тартып алынған балалар. Ике йыл, хатта өс көн йәшәп кире ҡайтҡандар бар. Ошоға тиклем 30 бала ине, хәҙер 17 ҡалды, – ти Зөлфиә Ҡасым ҡыҙы.
Бына ошо 30 балаға күҙ нурҙарын түгеп, ойоҡбаштар бәйләгән Сания Хажиәхмәт ҡыҙы. Нәҡ ошо көндәрҙә 85 йәшен тултырған изге инәйҙең был ҡылығы тәбиғи кеүек тә, ләкин һәр кем дә үҙенән бүлеп йә ваҡытын ошондай эштәргә сарыф итергә ашыҡмай шул.
Сания Сәләхова – һуғыштан алда тыуған балаларҙың береһе. Ауыр осорҙарҙың бар михнәтен үҙендә татыған. Тормошҡа сыҡҡас, ете балаға ғүмер биргән, колхоз баҫыуында, һуңынан 30 йыл һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ике тапҡыр район кимәлендә социалистик ярыштар еңеүсеһе булған. Бөгөн ете балаһының дүртәүһе иҫән. Инәй олпат йәшендә лә яңғыҙы көн итә, әммә улы һәм килене ярҙамдарынан өҙмәй.
–Улым менән киленемә мең рәхмәттәр яуҙырам. Өҫ-башымды ҡарап, мунсаларға ғына төшөрөп тәрбиәләйҙәр. Йәй көндәре улар – менән, ҡышҡа ҡыҙым Себергә алып ҡайта. Бына әле лә йөн ойоҡбаштар өсөн еп һәм башҡа ваҡ-төйәк алып ҡуйҙым. Шунда бәйләрмен тип уйлайым.
Мин ҡайғыларҙы күп күрҙем. Өс балам гүр эйәһе, иптәшемде юғалттым. Барлыҡ ҡайғыларымды ошо балаларға баҫам, – ти Сания Хажиәхмәт ҡыҙы. –Приютҡа бараһың да күҙ йәштәренә төйөлөп ҡайтаһың, – тип тә өҫтәй ағинәй.
Саниә Сәләхованың балалар өсөн бәйләнгән йылы бүләктәрен алып барыу өсөн ауыл советы транспорт бүлә. Был изге эшен ул бишенсе йыл башҡара.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, кеше белмәһә, балыҡ белер, ти халыҡ әйтеме. Кем белә, хәҙер киң таралған социаль селтәрҙәрҙә Саниә Хажиәхмәт ҡыҙы Сәләхованы тыуған көнө менән ҡотлап, уның ошо матур эштәре хаҡында яҙмаһалар, яныбыҙҙа шундай изге күңелле кешенең йәшәүен белмәй ҙә ҡалыр инек.
Оҙон ғүмер, бәхетле ҡатлыҡ һеҙгә, ағинәй!
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: