– Гөлдәр! Гөлдәр, ас ишегеңде! – Ныҡ итеп ишек шаҡыуға Гөлдәр апай йоҡо аралаш: «Тағы бер-бер хәл булдымы икән?» – тине лә, урынынан һикереп тороп, ғәҙәттәгесә, йүгереп китергә уйлағайны ла карауаттың ситенә саҡ тотоноп ҡалды. Ҡултыҡ таяғын алып, ишеккә юлланды. Элекке танышы булып сыҡты, ҡаланан ейәнсәре килгән, туҡтауһыҙ эсе китә, тип, ҡурҡышынан төн уртаһында ишек шаҡый икән. Гөлдәр апай үҙ кәңәшен бирҙе лә йәнә карауатына килеп ятты, тик ары йоҡлап китә алманы. Эйе, ундай ете төн уртаһында ишек шаҡыуҙарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр, шул шаҡыуҙар хатта мейеһенә һеңеп ҡалған. Иртәнме, кисме, төн уртаһымы – тәүлек әйләнәһенә ауыл медпунктынан да, Ҡадаевтарҙың өйөнән дә кеше өҙөлмәне. Ғүмер буйы халыҡты дауалаған Гөлдәр Фәтҡулла ҡыҙы хаҡлы ялда, инде һикһәнен тултырҙы. Күпме кешенең һаулығын һаҡлап алып ҡалған, күпмеһенең ғүмерен оҙонайтҡан ул!
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡолой ауылында 1939 йылдың 12 авгусында донъяға килгән ҡыҙ балаға ата-әсәһе, гөл кеүек балҡып йәшәһен тип, Гөлдәр исемен ҡушҡан.
Гөлдәрҙең әсәһе Ғәлиә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова, медицина техникумын тамамлап, тыуған яҡтарында матур ғына эшләп йөрөгәндә, ҡаты сирләп, яҡты донъя менән хушлаша. Бәпесенә туғыҙ ай ғына булып ҡала. Атаһы Фәтҡулла Бәхтегәрәев һуғышҡа киткән еренән әйләнеп ҡайтмай.
Үкһеҙ етем ҡалған Гөлдәрҙе туғандары ҡарай. Әсәһе Ғәлиәнең бер туғандары Кәтибә менән Уран – Өфөлә, Мөхлисә менән Ынйыҡай тыуған яҡтарында ғүмер кисерә. 10 йәше тулғансы Силәбе өлкәһендә йә бер апаһы, йә икенсеһе ҡарамағында була. 12 йәше тулғас, Ынйыҡай апаһы Гөлдәрҙе Силәбе – Өфө поезына ултыртып, Кәтибә апаһына, Өфөгә оҙата. «Бөтә әйберемде бер яулыҡҡа бәйләп, ҡулыма тоттороп, матрас ҡосаҡлатып оҙатты», – тип иҫләй ул. Кәтибә апаһы менән вокзалда аймылышалар. Ҡыҙ юғалып ҡалмай, адрес буйынса йортон үҙе эҙләп бара. Кәтибә апаһының ғаиләһе ҡуртымға алынған фатирҙа бер бүлмәлә йәшәй икән. Уның улы Рамаҙан һәм Мөхлисә һеңлеһенең ике ҡыҙы янына Гөлдәр өҫтәлә, шулай итеп, биш кеше бергә ғүмер итәләр.
Кәтибә апаһы, Гөлдәрҙең киләсәген хәстәрләп, уны Гоголь урамындағы 4-се балалар йортона урынлаштыра. Йыш ҡына янына барып йөрөй, ял көндәрен, каникулдарын ҡыҙ апаһында үткәрә. 8-се класты тамамлағас, әсәһе Ғәлиә белем алған Өфөләге медицина техникумына уҡырға инә, уны уңышлы тамамлап, фельдшер-акушер дипломына эйә була. Гөлдәр Фәтҡулла ҡыҙы, туғандары йәшәгән Бикҡол ауылына ҡайтып, эш башлай. Ул заманда Башҡортостанда уҡыу йортон бөтөргән белгес республикала эшкә ҡалырға тейеш була. Ҡыҙҙы Өфөгә саҡыртып алып, Хәйбулла районына йүнәлтмә бирәләр. Бына шулай тәҡдире хәл ителә, йәрәбә һалына, яҙмышы яҙыла.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.