-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, оло кеше?
14 Август 2019, 12:28
Быуатҡа яҡын ғүмер
Ишембай районының Кинйәбулат ауылы борон-борондан үҙенең арҙаҡлы һәм егәрле шәхестәре менән дан тота. Заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, мәрхәмәтле һәм изге күңелле Хәйбрахман бабай менән Бәҙерҡәмәр инәй шундай кешеләр рәтендә була. Был эшһөйәр ғаилә матур итеп донъя көтә һәм мул тормошта йәшәй. Хәйбрахман бабайҙың Арыҫлан йылғаһы буйына теҙеп ултыртҡан тирәктәре һәм өйәңкеләре әле лә уның ниндәй егәрле һәм изге кеше булыуын, тәбиғәткә ҡарата һөйөүен, иғтибарын, һаҡсыл ҡарашын иҫбатлап тора. Ул ҡаҙған ҡоҙоҡтоң тәмле һыуын барлыҡ ауыл халҡы эскән һәм файҙаланған. Үрек йылғаһы ярҙарында үҫкән ҡарағайҙарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып, бүрәнәләрҙе ат менән сығарып һалған Хәйбрахман бабайҙың күркәм йорто ауылға йәм биреп ултырған.
Элекке Маҡар районының Кинйәбулат ауылында бына ошо татыу, эшһөйәр ғәиләлә 1923 йылдың гүзәл июль айында Сәмсеҡәмәр алтынсы бала булып, донъяға килә.
Сәмсеҡәмәр бәләкәйҙән үк бик отҡор, сос, сая, ата-әсәһенә ярҙамсыл ҡыҙ булып үҫә. Ул һомғол буй-һын тиһеңме, ул төҫ тиһеңме, ул таһыллыҡ, таҙалыҡ тиһеңме – йомғаҡлап әйткәндә, тәбиғәт уға барыһын да йәлләмәй биргән. Һәр йәһәттән килгән ҡыҙҙы үҙенән бик күпкә оло кешеләр башҡара торған ауыр эштәргә ҡушырға ла тартынмайҙар.
Әммә ҡайғы елдәре уларҙы ла урап үтмәй, 1931 йылда, ҡаты ауырығандан һуң, Хәйбрахман бабай донъя ҡуя.
Тормоштоң бөтә ауырлыҡтары Бәҙерҡәмәр инәйҙең иңенә төшә. Ләкин ул юғалып ҡалмай, вафат булған ҡыҙы Сәмсинәһарының етем ҡалған улы Юнирҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға ла көс таба үҙендә. Уны тәрбиәләп үҫтерә һәм оло тормош юлына сығара. Сәмсеҡәмәр апай барлыҡ эштәрҙә әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була.
«Һуғыш йылдарында иң ауыр һәм ҡыйын ваҡыттар Әүжән урманында ағас ҡырҡыу һәм ташыу осоро булғандыр. Текә тау битләүҙәрендә үҫкән ҡарағай, ҡайын ағастарын ҡул бысҡыһы менән бысып ауҙарабыҙ, саналарға тейәйбеҙ. Тауҙы төшкәндә бахыр аттар арттарына ултыра ине, сөнки ауыр йөк уларҙы шундай көс менән этә. Тауҙы төшкәндә, аттарға еңелерәк булһын өсөн, оҙон ағастан санаға тормоз яһап ҡуя торғайным. Бүрәнәләрҙе яҙ көнө һал менән ағыҙыу өсөн Ағиҙел йылғаһының ярына ташыныҡ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ, кейем юҡ, ашарға бик наҡыҫ. Шулай булһа ла һигеҙ-ун саҡырым араға ике рейс яһай торғайныҡ», – тип хәтерләй ветеран.
Юнир Тимербулатов,
Ишембай ҡалаһы һәм районының ветерандар советы
Президиумы ағзаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?