45 йыл... Был – үҙе бер ҡаһарман хеҙмәт юлы ул.
...Хәтер йомғағы ирекһеҙҙән табибәнең балалыҡ, йәшлек һуҡмаҡтары буйлап тәгәрәй.
Саҡмағош районы Яңыбирҙе ауылында ишле ғаиләлә 1932 йылдың 14 ғинуарында донъяға килә Рима Хәйҙәр ҡыҙы. Ғаиләлә ете бала үҫеп аяҡҡа баҫа. Өсөһө Бөйөк Ватан һуғышында илен һаҡлап яу ҡырында ятып ҡала.
...Бәләкәс Рима, күбәләктәй елпенеп, күрше әхирәт ҡыҙҙары менән усаҡлыҡ тирәләй төрлө кәмит ҡорорға әүәҫ була. Ҡулына уҡлау алһа – хужабикә, китап тотһа – мөғәллимә, аҡ тауарға төрөнһә – табибә. Иҫәп-хисап төймәләрен тартып – һатыусы, башына селтәрле таж кейеп батшабикә роленә лә инеп китә ул. Шулай ҙа Риманың иң мауығып уйнағаны – аҡ халатлы табибә образына инеү. Үҙ тиҫтерҙәре менән Рәжәп урта мәктәбендә һабаҡ алғанда ла Рима зирәклеге, алсаҡлығы, ауыл ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылығы, итәғәтлеге менән айырылып тора. Юғары синыфта уҡығанда күңел түрендә сер итеп кенә һаҡлаған хыялын бер көндө өйҙәгеләргә асып һала.
– Эйе, ҡыҙым, бик мәслихәт булыр: аты егелгән, толобо һалынған, күсере ултырған, тигәндәй, изге юлға булһын. Ана, ағайың да мал табибына уҡып йөрөй, – тип фатиха бирә ата-әсә.
Баш ҡалалағы Өфө дәүләт медицина институтының дауалау бүлегендә белем алғанда буласаҡ терапевт-табибә Әбүғәлисина ҡануны яҙмаларынан айырылмай. Ауыр, оҙайлы лекцияларҙан һуң баш ҡала дауаханаларындағы ҙур ғалимдар, тәжрибәле врачтар етәкселегендәге практикалар, операциялар, төрлө кимәлдәге дауалау семинарҙары, үҙеңде һынап ҡарау, әлбиттә, күпкә өйрәтә. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ үҙенекен итә – Рима Исламова юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Биш йыл буйы институттың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, еңел атлетика, саңғы ярыштарында ал бирмәгән спортсы булып таныла (үҙе әйткәнсә: ярышта бер саңғыһы ысҡынып китһә лә, бирешмәй генә финишҡа килеп етә), ҡулына диплом ала һәм бер туған ағаһы эшләгән Учалы районына юллана.
филология фәндәре кандидаты.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.