+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмышына рәхмәтле

«Һәр иртәлә ватсап аша сағыу ҡояш йәки ҡәһүә яһалған зауыҡлы сынаяҡ төшкән, «Хәйерле иртә!» тип сәләмләгән һүрәттәр алыу – күптәр өсөн ғәҙәти хәл. Әгәр инде был сәләм-хаттарҙы 80 йәшлек инәй ебәрһә, ғәжәпләнер инегеҙме? Ә бына мин өйрәнеп бөткәнмен. Тик Фәниә инәйгә 80 туламы ни ул? Ышанырлыҡ түгел! Тышҡы йөҙ-ҡиәфәте, үҙен тотошо, донъяға ҡарашы менән дә Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитоваға был йәште бер кем бирмәҫ...» – тип яҙҙы уның туғаны, «Сибайский рабочий» гәзитенең элекке мөхәррире, бөгөн Магадан өлкәһенең «Омсукчанские вести» гәзитен етәкләүсе Гөлнәзирә Бейешева.

Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуа. Өфөлә, Юғары партия мәктәбендә, танышҡан атаһы менән әсәһен Белорет ҡалаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Артабан инде ғаилә, партия ҡушыуы буйынса, Өфөгә, Маҡар районына, тағы Бело­ретҡа күсенә. Балалар ҙа ишәйә: өлкәне Фәниәгә иш булып Марат, Клара, Римма донъяға килә (әммә, үкенескә ҡаршы, кинйәкәүҙең яҙмышы бик ҡыҫҡа була).
Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшеп үҫкән Фәниә мәктәптә рус класына эләгә. Тәүге дәрестә уҡытыусының сәләм­ләгәндән һуң «ултырығыҙ» тигән һүҙен дә аңламаған ҡыҙ тиҙҙән өлгәш буйынса рус телле класташтарын ҡыуып, хатта уҙып китә. Мөғәллимә булыу теләге уны Белорет педагогия училищеһына алып килә. Артабан Рәүәт мәктәбендә уңышлы ғына эш башлай, әммә күңеленә юғары белем алыу тураһында хыял тынғылыҡ бирмәй һәм ул Өфөгә юллана. Тап ошонда ул, атаһы менән әсәһе кеүек, үҙенең яҙмышын – ғүмерлек йәре буласаҡ кешене осрата.
Буйсан, ҡара һылыу Баймаҡ егете Хөснитдин Хәмитов имтихан алдынан китап һорап тора. Икенсе көндө ҡыҙыҡай күмәк халыҡ араһынан уны ҡараштыра: һынауын уңышлы бирә алдымы икән? Ошо дуҫлыҡ нигеҙендә ике йәш йөрәктә мөхәббәт осҡоно ҡабына һәм улар ғүмерлеккә бергә булырға хәл итә.
Ситтән тороп уҡырға ингән сту­денттар ғаиләһе Сибай ҡалаһында төпләнә. Хөснитдин Хәйбулла улы 1-се мәктәптә физик тәрбиә һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эш башлай. Ошонда уҡ йәш белгестәргә бәләкәй генә бүлмә бирәләр, Зөлфиәләре шунда тыуа. Уның бала саҡ хәтирәләренең иң сағыуҙары атаһы менән әсәһе ойошторған поход­тарға бәйле: Ирәндек тауҙарына, Ғәҙелша шарлауығына йәйәүле сәйәхәттәр, палаткаларҙа, ҡайһы саҡ хатта асыҡ күк аҫтында йоҡлау. Ә утта өтөп ашалған ҡабыҡлы картуфтың тәме әле лә тел осонда торғандай.
Бер-бер артлы Әлфиә менән Гөлнара тыуа. Фәниә Зәйнулла ҡыҙы эшләп тә, йорт мәшәҡәттәрен бағып та өлгөрә. Унан тыш, әллә күпме йәмәғәт, партия йөкләмәләре. Хәмитовтарҙың ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй: кемдер уҡырға инергә килә, кемдер дауаханаға күренергә. Хөснитдиндең кесе туғандары үҙ күреп «еңгәй» тиһә, ололары «килен» тип кенә тора. Ә инде, архивтарға мөрәжәғәт итеп, иренең атаһы – кулак тип Себергә ебәрелеп, артабанғы яҙмышы хаҡында бер хәбәр ҙә булмаған Хәйбулла ҡайныһы тураһында мәғлүмәттәр тапҡас, барлыҡ туғандар араһында килен кешенең баһаһы тағы ла арта. Бигерәк тә ҡәйнәһе ярата Фәниәне. Бына шулай ҙур, татыу ғаиләлә үҙ кеше булып, олоно – оло, кесене кесе итеп йәшәп китә алыҫтан төшкән килен. Күңеленең ихласлығы, йылы һүҙе һәр кемгә етә, тормошоноң ҡатмарлы мәлдәрендә йор аҡылы, сабырлығы ярҙамға килә.
Яратып башҡарған эшендә лә абруй ҡаҙана Фәниә Зәйнулла ҡыҙы, ябай уҡытыусынан уҡытыу эштәре буйынса мөдир итеп үрләтелә, һөнәри-техник училищела, эшсе йәштәр мәктәбендә хеҙмәт баҫҡыстары үтә. Артабан маҡсатлы, һәр башланғысҡа дәрт менән тотонған ханымды уҡытыу-етештереү комбинатына директор итеп ҡуялар. Бында ҡала мәктәптәренең барлыҡ өлкән класс уҡыусылары билдәле бер көндә уҡыуҙан һуң йөрөп, эшсе һөнәрҙәргә өйрәнә.
Тап шул мәлдә Фәниә Зәйнулла ҡыҙы яңы йүнәлештәге – уҡытыу менән һөнәргә өйрәтеүҙе бергә алып барған мәктәп асыу идеяһы менән яна башлай. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, кәрәкле кешеләр менән осрашырға, сығыштар яһарға, килешеүҙәр төҙөргә тура килгәндер – быларын үҙе генә белә. Әммә маҡсатына ирешә тырыш ҡатын – Сибайҙа «ПолиТЭК» тип аталған өр-яңы йүнәлештәге мәктәп эш башлай! Ҡала хакимиәте, предприятие етәксе­ләре менән килешеп, матди база – станоктар, теген машиналары, аш-һыу әҙерләү ҡорамалдары туплана. Шуныһы иғти­барға лайыҡ: мәктәп хужалыҡ иҫә­бендәге эшмәкәрлеккә тотона – кейем тегәләр, төҙөлөштә ярҙам итәләр, ҡамыр ризыҡтары бешерәләр, һалма ҡырҡалар. Үҙҙәренең сауҙа нөктәһен асып, етештерелгән продукцияны шуның аша һатып, аҡса эшләү, хеҙмәт хаҡы түләү (хатта уҡыусыларға ла!) мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Урамда – болғауыр 90-сы йылдар башы, күп урындарҙа уҡытыусылар ваҡытында эш хаҡы ала алмай, ә «ПолиТЭК»та айырым тормош гөрләй.
Етәксене барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә. Тәртибе, насар өлгәше арҡаһында сит бауырға әйләнеп, үҙенең мәктәбенән китергә мәжбүр булған ауыр холоҡло үҫ­мерҙәр ҙә бында килеп эләгеү менән ыңғай яҡҡа үҙгәрә, иң мөһиме – кәрәкле һөнәргә эйә булып, тормошта үҙ юлын билдәләй. Директор ханым асыҡтан-асыҡ, күҙгә күҙ ҡарап һөйлә­шеүҙәре, ышаныс күрһәтеүе менән күпме йәш кешенең яҙмышын икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе икән?..

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,

Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы сәркәтибе.

Фотолар Хәмитовтарҙың ғаилә архивынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: