+22 °С
Болотло
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республикаһының биш мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙары исеме бирелде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә ғәмәлләштерелгән сараларҙың береһе ул.
Мәктәптәр:
Советтар Союзы Геройы Шакирйән Ғәтиәтуллин исемендәге Октябрьский ҡалаһының 11-се татар гимназияһы;
Советтар Союзы Геройы Алексей Алымов исемендәге Өфө районы Михайловка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
Советтар Союзы Геройы Ғәйнанша Хәйҙәршин исемендәге Яңауыл районы Байғужа ауылы урта мәктәбе;
Советтар Союзы Геройы Александр Горчилин исемендәге Өфө районы Чесноковка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге Өфө районы Дорогино ауылы урта мәктәбе.