-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
2 Март 2020, 18:48

«Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында»

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» тигән яҙмалар конкурсын иғлан итте.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» тигән яҙмалар конкурсын иғлан итте. Уның тәүге этабы ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советтарында үтә. Һәр райондан иң йөкмәткеле өс эш икенсе этапҡа һайланып, «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы эргәһендәге жюриға (эл. адрес: [email protected]) тәҡдим ителәсәк. Иң яҡшы яҙмалар журналдың сайтында, социаль селтәрҙәрендә, биттәрендә донъя күрәсәк. Эштәр апрель аҙағына тиклем ҡабул ителә, йомғаҡтар июндә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә!

Ир-ат менән иңгә-иң килеп алғы һыҙыҡта дошманға ҡаршы алышҡан, тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығын, сикһеҙ тоғролоғон, мөғжизәүи һөйөүен хәтергә төшөрөп, конкурста ҡатнашығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Читайте нас в