-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
31 Март 2023, 14:30

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

Ҡушағаң менән ҡуша ҡартай «Ҡушағаң менән ҡуша ҡартай. Ҡуш аяҡлап төш, килен!» – тиҙәр. Мең, ғәйнә, ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары килен ҡаршылағанда мендәр һала. Шул мендәрҙе икеһенең арҡаһына терәтеп, еңгә кеше йәштәрҙе эске өйгә индерә.

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе
Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

Ҡәйнә буласаҡ килене менән күрешә, уның маңлайына аш һөртөп, ауыҙына май, бал яға, кәсә менән «аҡ» (эсемлек): ҡымыҙ, һөт, ҡатыҡ бирә. Килен ауыҙ итеп, һауытты ҡәйнәһенә ҡайтара. Тик өйгә инмәй. Ошо ваҡыт: «Килен ишеккә һыймай тора, ин кәрәк, ин!» – тип ҡысҡыралар. Ҡәйнә: «Ингә – бер һарыҡ!» йә «Ингә – бер башмаҡ, ин, килен, ин!» – тип мал әйтә. Ҡайһы ваҡыт, шаярып: «Йыуғыс менән ҡырғыс!» – ти. Килен өйгә инә, тик тупһа аша атлағанда тағы туҡтай, өҫтәп мал әйтәләр.
Киленде ике малай ишектән үткәрмәй тора. Килен уларға ҡулъяулыҡ бирә. Уң аяҡ тубығына тубыҡланып, һул аяҡты алға тубыҡҡа ҡуйып, килен егеттең ата-әсәһенә сәләм бирә, тәжем ҡылып, баш эйә. Өлкәндәрҙе, ата-әсәне ололау билдәһе был. Өйгә ингәс, сөйгә таҫтамал элә, маңлайын өс мәртәбә мейескә тейҙереп ала.
Ишектән инеү менән, егеттең әсәһе тағы һыйыр йә тана, һарыҡ, бәрән әйтеп, килененең арҡаһынан һөйөп һамаҡлай:
Түллей, түллей түлле бул,
Бүҙәнәләй түлле бул.
Уллы бул, ҡыҙлы бул!
Иреңде хөрмәтлә,
Мыжып йөҙәтмә!
Бер ҡулың балда булһын,
Бер ҡулың майҙа булһын.
Көлдөксәң тулы көл булһын,
Ҡаҙаның тулы аш булһын!
Йәш килендең аяғы аҫтына тамғалы кейеҙ йәйәләр. Егет менән улар бергә баҫырға тейеш. Кейеҙгә көс, ҡеүәт, түл, ныҡлыҡ билдәһен сағылдырған тамғалар һуғылған: ҡушҡар, кәрес, йондоҙ, оя, кәрәҙ... Килен өйгә инеү менән урынына ултырмай. Морондоҡ инәй уны күреп: «Урындыҡ, киленгә урындыҡ кәрәк!» – ти. Ҡәйнә тағы бер баш ваҡ мал әйткәс, килен түргә уҙа. Ҡарттарға ҡыҙҙың еңгәһе таҫтамал тарата. Был – «күренеш бүләге».
Йыйылған йәштәрҙең өҫтөнә кейәү яулыҡҡа төйнәлгән сәк-сәк ырғыта. Уны кем дә булһа берәү тотоп алып, сәк-сәкте башҡаларҙың өҫтөнә һибә, малайҙарға өләшә. Яулығы иһә шул сәк-сәк өләшеүсегә «килен бүләге» була.
Килен ауыл бала-сағаларына төҫлө еп, суҡ тарата. Балалар ауыл буйлап ошо суҡтарҙы болғай-болғай йүгерә.

 

Һыу башлатыу

Килендең морондоҡ әсәһе йә ауылдың оло инәһе, һыу күнәктәрен үҙе көйәнтәләп алып, алдан төшә, ә йәш килен әхирәттәре менән уға эйәрә. Арттарынан килен күрергә йыйналған йәш-елкенсәк, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға төшә. Морондоҡ әсә бүләк итеп ҡыҙҙарға күкрәксә тарата, ә килен йөҙөк, таҫма өләшә, малайҙарға янсыҡ бирә.
Һыуға барғанда, килен ауыҙына тәңкә ҡаба. Өнһөҙ генә атлай. Барып еткәс, шул тәңкәне һыуға ташлай. Морондоҡ әсә ошо ваҡыт: «Киленде тотма, тәңкәне тот!» – тип ырымлай. Йә килен үҙе: «Мине тотма, тәңкәне тот! Хәләл өлөшөмдө биреп тор!» – ти. Һыу алыр алдынан йәш килен бит-ҡулдарын йыуа, теләк әйтә. Йәш килендең яурынына тулы күнәкле көйәнтәләрҙе морондоҡ әсә йә бикәсе һала ла кире ала – шулай өс тапҡыр ҡабатлай. Килен һыуҙы сайпылдырмай, тигеҙ генә баҫып атлап ҡайтырға тейеш. Шуның менән уның уңғанлығы һынала.

 

Килен сәйе

Ҡәйнә килен алып килгән һыуҙан сәй ҡайната, ҡунаҡ йыя. Йоланы «килен сәйе» йә «килен һөйөү» тиҙәр. Киленгә алғыш әйтәләр:
Иреңде хөрмәтлә,
Ҡәйнәңә хеҙмәт ит,
Ҡотло килен бул!
Еңел аяҡлы бул!
Иреңдән алда түшәккә
Барып ятма, киленсәк.
Ауыл буйлап остаңлап,
Хәбәр һатма, киленсәк!
Сәйгә килгән ҡатындар килендең һәр аҙымын, эш ибен, ҡунаҡтарҙы хөрмәтләүен ҡарап һынап, өҫ-башына, кейеменә, билбауына тиклем тикшереп ултыра. Бушаған мәлдә килен, һөйәлеп, ҡәйнештәре менән һөйләшеп торһа: «Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы останлап, күп һөйләй, үҙе ялҡау булыр – һөйәлеп тора», – тип ғәйепләргә әҙерҙәр.
Килен әбей, еңгәләргә – түшелдерек, бабайҙарға таҫтамал тарата. Сәй һыйы үткәс, киленде ауыл буйлап йөрөтөп күрһәтәләр.
Килен юлына һеперткене йә көйәнтәне арҡыры һалыр булғандар: һөйәп ҡуйһа – уйлы, аша үтһә – аңһыҙ, мәғәнәһеҙ булыр.
Халыҡ алдына сыҡҡас, ҡәйнеше еңгәһе тирәләй, уҡлау тотоп, өс тапҡыр әйләнә: был – ырыуға ағзалыҡты раҫлаусы сара.

 

Һандыҡ асыу
Теләктәр әйтелгәс, килен һандығын сығаралар, һандыҡты егет яғынан иң яҡын апаһы бүләк әйтеп аса. Һәр ҡунаҡ бүләкте һатып ала.
Ирҙәргә – таҫтамал, ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ, алҡа, беләҙектәр таратыла. Ошо көндө үк килен бирнәһен ҡарау үткәрелә. Йәш ҡатындың ҡул эшен, сигеү, һуғыу, ҡайыу оҫталығын һынағандар.
Килен күрергә килгән бала-сағаға, йәштәргә бейем (егеттең әсәһе) бүләк тарата: малайҙарға – ҡулъяулыҡ, ҡыҙҙарға – еҫле май, һабын, тараҡ, көҙгө. Иң яҡын ҡәйнешенә килен ынйы-мәрйендән ҡайылған ҡулъяулыҡ бүләк итә.
Егеттең еңгәһе ҡушмендәр бүләк итә: «Түшәгегеҙ ҡотло булһын! Икәү ятығыҙ, өсәү тороғоҙ! Татыу йәшәгеҙ! Юғиһә, мендәр бирмәйем!» – ти. Был еңгә бәхетле, күп балалы, ире менән татыу йәшәгән ҡатын булырға тейеш.

Розалиә Солтангәрәева,
филология фәндәре докторы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: