Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
1 Февраль 2023, 13:10

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

Ҡыҙ күҙләү «Бәхетле ғаилә – йәннәт асҡысы», тигән халыҡ. Өйләнер ваҡыт еткәс, егет ҡыҙ һайларға берәй ауылға, сит ырыу яғына сыға. Егет йә әсәһе, йә яҡын дуҫы менән бара. Ҡыҙ белешеү, танышыу туғандар йә таныштар аша булыуы мөмкин. Танышырға иң яйлыһы – ҡыҙҙар уйыны, әлбиттә. Шунда бар йәш-елкенсәк, ҡыҙ-ҡырҡын йыйыла. Ҡыҙ күҙләү уйыны йәйен – туғайҙа йә тауҙа, ҡыш аулаҡ өйҙә уҙға­рылған. Ҡыҙ күҙләп килгән егетте уйын башында уҡ күрһәтеп таныштыралар. Телгә оҫта, ҡыйыуыраҡ икән, күҙе төшкән ҡыҙға үҙе йыр, йор һүҙ менән уй-теләген белдерә. Улай булмағанда, егеттең теләктәштәре йыр менән ярҙамлаша:

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе
Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

«Ҡашың ҡара ҡаралған,
Һөрмәләрҙән ҡаралған.
Ғишыҡ тотоп ҡушылышыу
Пәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған».
Шунан егет ҡыҙҙы бейергә саҡыра. Ул егетте оҡшатһа ла, оҡшатмаһа ла, бейергә төшә. Ҡалған йәштәр таҡмаҡ әйтә.
Ҡыҙ бейеп бөткәс, күҙләргә килгән егетте таҡмаҡлай-таҡмаҡлай уртаға төшөрәләр:
«Ҡыҙын һайла үҙеңә,
Ал һин уны бейергә.
Матур ҡыҙға күҙең төшкәс,
Беҙ күрәйек һине лә».
Егет ҡулына яулыҡ тотоп бейей. Әгәр ҡыҙ уға барырға теләмәһә, яулыҡҡа ҡағылмай, айырым ғына бейей. Таҡмаҡсылар, ҡыҙҙың уй-фекерен белеп, егеткә:
«Егет, инде үпкәләмә,
Ҡыҙ бейеүең яратмай», – ти.
Ҡыҙ күҙләүҙә ике яҡ уртаҡ тел таба алмаһа, һөйләшеүҙе башҡа ваҡытҡа күсерәләр.

 

Яусылау

Егет күңеленә оҡшаған ҡыҙҙы һоратыр өсөн, атаһы йортона яусы ебәрә. Яусы илдә абруйлы, үткер, йор һүҙле, аҡыллы кеше булырға тейеш. Ике аралағы килешеү-килешмәүҙең һөҙөмтәһе яусыға бәйле. Яусы, йәйәү йөрөһә, ҡуш асалы (саталы) таяҡ таянып, уң балағын һалындырып, билен быуып йөрөй.
Әйткәндәй, хәҙерге көндә лә димсе бик кәрәк. Атын, зат-ырыуын өйрәнеп, ике йәрҙе ҡушыу эшендә, йәштәрҙең яҙмышын ыңғай хәл итеүҙә өлкән быуын оло бурыслы.

 

Мәһәр килтереү

Бер аҙҙан ҡыҙ йортона мәһәр килтерелә: булаһы киленгә егет атаһы бер ҡат кейенерлек кейем, һый-хөрмәт бүләге тапшыра. Мәһәрҙә, ғәҙәттә, бал, быҙау, гөрәңкә сәй, инә туны, күшәгәбаш күлдәк, әбейгә күшәгәбаш күлдәк, ҡыҙға ике-өс әҙрәс тире, ҡалын шәл, ситек, күлдәк кеүек төрлө бүләктәр була. Ҡоҙалар бер-береһенә күлдәк бирешә. Ҡыҙ туғандары бөтәһе лә бүләкле булырға тейеш. Был осрашыуҙа ҡоҙалашыусылар туй ваҡыты, мәһәр хаҡы, башҡа туй мәшәҡәттәре тураһында ентекләп һөйләшә. Килешеү билдәһе итеп, ҡыҙ атаһы егет атаһына таҫтамал биреп ҡайтара. Таҫтамалдың матурлығына ҡарап, буласаҡ кейәүҙең атаһы аҡсаны ла күберәк сөйә. Шуға өҫтәп, ҡыҙға атап, тағы ла тәңкә һала. Быныһы «ҡолаҡ һөйөнсөһө» була.

 

Таҫтамал сәйе

Егет яғы яусыһы ризалыҡ таҫтамалы алып ҡайтҡас, буласаҡ кейәүҙең атаһы туғандарын ашҡа йыя. Ҡыҙ яғы риза булыуын белдереп иғлан итә. Мәжлес «Таҫтамал сәйе» тип атала. Барыһы ла йәштәрҙең бәхетенә атап алғыш әйтә.

 

Никах туйы

Ҡыҙ менән егет йәрәшеүен рәсмиләштереү өсөн ҡыҙ йортонда никах уҡытыла. Никах туйы мал алыу туйына ҡарағанда ҙурыраҡ була. Никах мәжлесенә борон хәлле кешеләр бер нисә тыу бейә, тыу һыйыр һуйған, һаба-һаба ҡымыҙ әҙерләгән.
Егет әсәһе килененең башына ябырға никах яулығы алып килә. Яулыҡтың дүрт босмағына дүрт көмөш тәңкә тағыла.
Туйға ауылдың мулла-мәзине, оло бабай-әбейҙәр саҡырыла. Мәжлестә мәһәр, ҡалым биреү, туй һуйыу, туй бирешеүҙәр, һалымдар тураһында ҡабатлап һөйләшелә. Мулла ҡыҙ менән кейәүгә никах уҡый.
Никах уҡығанда табынға таҫтамал йәйелә. Мулла егеттең атаһынан: «Һин фәлән кешенең фәлән тигән ҡыҙын фәлән улыңа хәләл ефетлеккә алдыңмы?» – тип һорай. Егеттең атаһы: «Алдым», – ти. Мулла ҡыҙҙың атаһынан: «Һин фәлән кешенең фәлән тигән улына фәләнә исемле ҡыҙыңды хәләл ефетлеккә бирҙеңме?» – тип һорай. «Бирҙем», – ти ҡыҙ атаһы, һәр һорау-яуап өс рәт тулы ҡабатлана.
Мулла никахтан һуң бер туҫтаҡҡа һалған һыуҙы йәки кейәү алып килгән балдан яһалған шәр­бәтте, доға уҡып, ҡыҙҙың әсәһенә бирә. Уны «никах һыуы» тиҙәр. Был һыуҙы никахта булған кешеләргә эсерәләр. Шул уҡ һыуҙы йәрәшкән йәштәрҙең баштарына, биттәренә һөртәләр. Балды бөтәһе лә ауыҙ итә: кәсә ҡулдан-ҡулға йөрөй. Ҡыҙ әсәһе никахта ултырған нәҫел-нәсәбенә – шәл, ҡалғандарына йыртыш, ҡулъяулыҡ бирә.
Никахтан һуң кейәү менән ҡыҙға никах бүләге тапшырыу башлана. Ҡыҙға ҡәйнәһе никах яулығы яба. Егет әсәһе барыһына бүләк бирә. Ҡыҙ әсәһенә – күлдәклек, атаһына – күлдәк, ҡалған­дарына яулыҡ, таҫтамал, мәрйен кеүек бүләктәр тарата.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бирнә ҡотлап аҡса һала йә сынаяҡ, ҡашығаяҡ бирә. Бүләкләү аҡсалата булһа, ҡыҙ ҡулына бирелә. Ул «ҡыҙ һумлығы» тип атала. Егеттең атаһына күлдәк, һөлгө, таҫтамал бүләк ителә. Таҫтамалды алғас, ул барыһына ла аҡса өләшә.

Розалиә Солтангәрәева,
филология фәндәре докторы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:
Читайте нас: