-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
2 Декабрь 2022, 11:15

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

Тормош-көнкүреште көйләүсе Өй рухын ризалатыуӨйҙөң эйәһе, рухы була. Алыҫ сәфәр йәки оҙайлы юлға сыҡҡанда уны ризалатып китергә кәрәк. Өйҙөң дүрт мөйөшөнә икмәк телеме һалып: «Был һиңә, өйҙө ҡара, иҫән-һау торһон!» – тип әйтәләр, диуарға артыш эләләр. Босмаҡҡа кәсә менән таҙа һыу ултырталар.

Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе
Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе

Өй эйәһен «эйәртеү»
Яңы йортҡа күскәндә өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйеп, бер нисә таҫтамал, таҙа яулыҡтар һалғас, «Әйҙә, өй эйәһе, беҙҙең менән! Тороп ҡалма, тиҙ бул!» тип бойораһың. Унан ипләп кенә төргәкте төрөп, өйҙән бөтөн әйбер-фәлән сығып бөткәс кенә, «эйәне» лә алып китәләр. Шулай итмәһәң, ул артабан яңы хужаларға күнегеп йәшәп китә, эйәләй алмай йонсой, «илай» ти. Ундай өй тынысһыҙ була.

***
Өйҙә шау-шыу, ҡысҡырыу, бәхәс күп булһа, өй эйәһе көсһөҙләнә, асыулана. Бысраҡ, тәртипһеҙлекте лә яратмай. Хужалар йыш сирләй, эштәре ырамай башлай1.


***
Йорт ҡотон һаҡлау өсөн борон ҡыҙыл баш таҫтамалдар эленеп ҡуйылған. Тамғалар, биҙәктәр көслө билге булараҡ ярҙам итә, тип һаналған. Ҡибла яҡ диуарға сөйгә эленеп ҡуйылған таҫтамалға һәр кесаҙна әруахтар килеп ултыра, ти. Шуға ул «ҡыҙыл баш» тамғалы таҫтамалды аҙна һайын ҡағып-һуғып, тәҙрә төптәрен һөртөп торорға кәрәк. Фәрештәләр ҙә шунда ултыра икән, таҙа урын булһа, доғалар барһа – шатланалар, рухтары тереләргә ярҙам итә.
Яңы өйгә күсеү
Яңы өй именлегенә, нигеҙ ныҡлығына арнап ҡорбан салына. Яңы йортҡа инер алдынан доға уҡыла. Уң аяҡтан тупһаны ашатлап, ҡулға икмәк, Ҡөрьән тотоп инергә кәрәк. Күп ваҡыт бесәй индерәләр. Эстә барыһы бергә доға әйтеп амин тота. Һәммә ауыл кешеһе был мәжлескә бүләк менән килә, иттән ауыҙ итә. Тупһа төбөнә юлда табылған ат дағаһы ҡағып ҡуйғанда: «Тел-теш, сир-сырхау инмәһен!» – тип әйтелә. Даға мотлаҡ юлдан табылырға тейеш. Беренсе тапҡыр үткәндә тупһаны ашатлап инәләр.
Йортта мейес булһа, беренсе тапҡыр усаҡ яҡҡанда: «Бисмил­ләһир-рәхмәнир-рахим! Алаҫ! Алаҫ! Алаҫ! Изге ут бул! Ҡаҙан эсе тулы аш, аҫты тулы көл булһын!» – тиҙәр.

 

Туғанлыҡ йолалары

Туған хаҡы – ананан. Туғанлыҡ – иң изге ҡәҙерҙәрҙең береһе. Уны һәр саҡ нығытып торғандар. Туғанға бурыс бирелмәгән, тик ярҙам ителгән. Әгәр туғандар араһында бәхәс, шик, асыу арҡаһында аралар һалҡынайһа, ант яңыртыла. Ырыу-нәҫелдә иң өлкәне табын йыя. Шулай өс йотом уртлағансы кәсә өҫтәлде өс әйләнә. Унан бер телем икмәк ҡабалар. Телем икмәк тә табынды өс рәт әйләнә. Иң кесе туған баш эйеп ҡуя. Аҡһаҡал йә атай кеше кәсәнән һыу ауыҙ итә лә: «Аманат тапшырам!» – тип оло улына тапшыра. Ағай бер йотом эшләй ҙә туғанына бирә. Туғандар шулай мәжлестән һуң бер кәсәнән аҡ эсемлек эсә, бер телем икмәкте берәм-берәм ҡабып ашап бөтә. Аҙаҡ устарын ҡушып ант әйтешәләр:
Вәғәҙә – иман, йәмин итәм
Бергәлеккә туғаныма!
Унан уң ҡулдарын йөрәк түренә ҡуялар2.

 

Ғаилә, табын йолалары

 

Ризыҡ ҡото
Ашарға ултырғанда өҫтәл артына иң тәүҙә атай ултыра. Ул: «Бойороҡ!» – тигәс кенә ризыҡланыу башлана. Әгәр атайҙан алда ашай башлаһа – ул малайының маңлайына ҡалаҡ менән һуғып йә «һуңынан килерһең» тип өҫтәл артынан ҡыуып та ебәрер булған борон.

***
Өҫтәл артына ниндәй йүнәлештән инәһең – шул ыңғайына сығаһың. Әйләнеп сығырға ярамай. Ошо тыйыуға төрлө юрауҙар бәйле: хужаның һыйыры ҡырыҫ була; ҡабат һый-хөрмәт күрмәйһең – был теүәл­ләнгән табын – һуңғыһы; кейәүгә сыҡмайһың: ризығың тик ошо ерҙә, атай йортонда ғына була. Ошондай юрау-ырымдар мәжлес өҫтәлен әйлә­неп сығырға ярамаған­лыҡты үҙен­сәлекле яҡлай.
Ашағанда тик яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләргә, ҡысҡырып, ауыҙ асып, баш ташлап көлөргә ярамай: «Мин дә туйынаһым килә!» – тип ен-шайтан ауыҙға инә, ти. Сир-зәхмәт, ҡайғы, йәмһеҙ нәмәләр тураһында һөйлә­шергә ярамай. Ризыҡҡа төшә. Табын ваҡытында хужа йәки мәжлес алып барыусы рөхсәтенән башҡа бер кем дә үҙ белдеге менән өҫтәл артынан ҡуҙғалырға, сығырға тейеш түгел. Ризыҡтан оло булыу – ҙур гонаһ.
Үҙ аллы сығып киткән кешене «әҙәпһеҙ, тәрбиәһеҙ» тиҙәр. Боронғолар әйтеүе буйынса, ул кеше үҙ ризығын үҙе кәметә. Табынға хужа «Хуш!» әйткәс кенә, ризыҡ бәрәкәтенә доға уҡылып, күмәкләп «амин» тотҡас ҡына тороп китеү мөмкин. Бер кеше генә ашауын дауам итһә лә – ҡалғандар уны көтөп, бергә амин әйтә. Хужа үҙе ошо йоланы тоторға һәм үтәргә тейеш. Юғиһә, үҙ ризығының бәрәкәтен үҙе ебәрә.
Йорттан сыҡҡанда һәр ҡунаҡ, ҡулын йыуып, тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеп сыға. Һыйланған йортҡа бәрәкәт теләү була.

Ғүмер ҡөҙрәте
Ғүмер һәм Үлем төшөнсәләре ни тиклем дәү, мәшһүр булһа ла, йолала улар матдиләшә, үҙ аллы күренеш, һын булып кәүҙәләнә. Ғүмер рухын ҡәҙер итеү, һаҡлау, яҡлау, бәрәкәтле итеү саралары әсәнең йөклө ваҡытынан, ғүмер иҫәбе сабыйҙың ҡарында яралғанынан уҡ башлана.

***
Йөклө ҡатынға мал салыу, утын киҫеү, мәрхүмде оҙатыу, мәрхүмдең үҙен, шулай уҡ ер соҡоу, ағас ҡырҡыу, ҡош атыу, янғын йәки әрләшеү кеүек кире күренештәрҙе күреү ҡәтғи тыйыла.

Розалиә Солтангәрәева,
филология фәндәре докторы.

Дауамы. Башы 10-сы һанда.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 

 

Автор:
Читайте нас: