-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кәкүк

Ата-бабаларыбыҙ тәү тапҡыр кәкүк саҡыра башлағас, ергә ятып ғүмер, иген, үлән дауаһын һорайбыҙ, тип аунай торған булған. Әйләнгән ыңғайы берәй семтем тупраҡ эләктереп алғандар, уны өйҙөң тупһаһы аҫтына һипһәң, бөтә бәлә-ҡазанан һаҡлап ятасаҡ, тигәнгә ышанғандар.

Кәкүк йылы яҡтарҙан ағастар япраҡ ярғансы ҡайтһа, ағастың иң башында ултырып йә беренсе тапҡыр күк күкрәгәнсе саҡырһа, йыл ауыр киләсәк, ҡоролоҡ йә башҡа сәбәп менән яҡшы уңыш булмаҫ. Ә түбәнерәк ботаҡҡа ҡунған икән – ураҡ мул булыр.
Тәүге тапҡыр саҡырыуын ишеткәндә аҡса шылтыратһаң, һис юғында, кеҫәңде ҡапшаһаң – байлыҡ артасаҡ. Ғөмүмән, беренсегә ишетеүсегә ырыҫ киләсәгенә күп халыҡтар ышана. Тауыштың уң ҡолаҡҡа салыныуы айырыуса хәйерле тип иҫәпләнгән. Башҡорттарҙа” Кәкүк айы” айы тигән төшөнсә булған – йәйләүгә сығыу мәле, ҡоштоң ҡысҡыра башлауы менән тап килгән. Киләсәккә пландар ҡороу өсөн хәйерле ваҡыт тип иҫәпләнгән. Ә бына ауылға, йортҡа кәкүк осоп килеүҙе насарға юрағандар( аслыҡ, янғын, кеше үлеү), хәүефтән ҡотолоу әмәле – ҡошто кирбес киҫәге йә ут ҡағылған башҡа таш менән ҡыуыу. Тап ошондай ҡурҡыуға “Кәкүк сәйе” йолаһы ла нигеҙләнә. Матур итеп кейенеп сәхрә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға үҙҙәре күңел асыуҙан тыш, кәкүк ҡунған ағас төбөнә аҡ ризыҡ (һөт, ҡатыҡ) ҡойор булғандар.
Читайте нас: