-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
1 Апрель 2021, 15:07

Ҡар һыуына барыу

Ҡар һыуҙары ярһыуҙар, Сылтырлап юл ярһындар. Яҙғы таңда йөрәктәр Һөйөү менән тулһындар.

Ҡар һыуына барыу – башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар итеп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға уҡылһа, тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә суп-сар ташлау тыйылған.
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.
Боҙ оҙатыу. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Йылға буйҙары байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармунда уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған.
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөндә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төрткәндәр, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым һәм бетеү ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.
Читайте нас: