Йәшәй торғас, был тыйыуҙарҙың бик урынлы икәнен аңланым. Фәндә әле билдәле булмаған күренештәрҙе нисектер аңлап, һынап, ошо тыйыуҙарҙы тәрбиә рәүешендә өйрәткәндәр икән. Ислам дине буйынса ла ҡатын-ҡыҙҙың бик нескә, наҙлы зат икәнен белеп, ир-ат күҙенән генә түгел, ен һуғылыу, күҙ тейеү бар тип беҙ әлегә белмәгән, ябай күҙ, кеше ҡолағы ишетмәгән көстәрҙән һаҡланыу сараһы тип башына яулыҡ ябынып, аяҡ-ҡулдарын йәшереп йөрөүҙе фарыз иткәндәр.
Борон-борондан халҡыбыҙ көнкүреште йәмләп йәшәй белгән, күңелен йылы тулҡынға көйләп, яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өмөт иткән, бәләкәй генә һөйөнөскә шатлана, ҡайғы-хәсрәтте тиҙерәк һәм еңелерәк үткәреп ебәреү сараларын ҡулланған. Ырым-юрауҙар, тыйыуҙар – үҙҙәре бер йәшәйеш фәлсәфәһе. Иҫкелек ҡалдығы тип уларҙан бөтөнләй баш тартырға ярамай, балаларға ла ҡандарына һөңдереп үҫтерергә, онотолоп барғандарын иҫкә төшөрөргә, тергеҙергә, төпкө мәғәнәһенә төшөнөргә тырышырға кәрәк.
Кешене үҙ-үҙенә ышаныс йөрөтә, онотолоп ҡалған әйберен алырға инеп көҙгөгә ҡарай икән, тимәк, яурындары төҙәйә, йөҙөндә йылмайыу ҡабына – шунан нисек инде уның юлы уңмаһын?