-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
28 Ғинуар 2020, 11:54

Иштәр уйыны

Иштәр – парлы бейеүле уйын. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары ауылдарында таралған булған. Иштәр уйыны, бейеү менән оҙатылған башҡорт халыҡ уйындарының бер бөтөнөн тәшкил итеп, төрлө хореографик күренештәрҙән, хәрәкәттәрҙән хасил.

Иштәр уйынын 8 – 16 кеше башҡара ала. Гармунсы башҡорт бейеү көйҙәрен өҙҙөрә. Егеттәр араһынан уйынды оҫта алып барыусы, уртаға сығып, тәүҙә бейеп ала, һуңынан, егеттәрҙе берәмләп саҡырып, ҡулға-ҡул тотошоп, теҙмә яһап, түңәрәк буйлап бейейҙәр.
Гармунсы бейеү көйҙәрен дауам итә. Егеттәр үҙҙәренә иш итеп, түңәрәккә ҡыҙҙарҙы саҡыра башлай. Ишләшеп бөткәс, алып барыусы егет бойороғо ишетелә: «Түңәрәккә баҫырға!»
Уйнаусылар ҡулға-ҡул тотошоп ҙур түңәрәк яһай һәм алмаш аҙымдар менән сәғәт уғының кире йүнәлешенә әйләнә.
– Кире яҡҡа! Көйҙөң икенсе яртыһында түңәрәк кире яҡҡа әйләнә.
– Түңәрәк уртаһына! Уйнаусылар ҡулдарын ысҡындырмайынса түңәрәкте тарайтып, ябай аҙымдар менән уртаға эйелеп, тыпырлайҙар ҙа ҡулдарын ысҡындырмаған килеш түңәрәкте ҙурайтып, тағы тыпырлап ҡуялар.
– Тағы ла! Түңәрәкте йә ҡыҫып, йә киңәйтеп, тыпырлау хәрәкәттәре ҡабатлана.
– Түңәрәккә баҫырға! Түңәрәк тәүҙә бер яҡҡа, унан кирегә әйләнә.
– Түңәрәк уртаһына! Шул уҡ ҡабатлана.
– Тағы ла!
– Түңәрәккә баҫырға!
– Кире яҡҡа!
– Иштәр менән! Алып барыусы ише менән осраша һәм улар етәкләшеп түңәрәк буйлап тыпырлашып бейеп үтә. Башҡалар ҙа ҡабатлай.
– Егеттәр, минең арттан! Егеттәр – алып барыусы, ҡыҙҙар уның ише артынан эйәрә. Уйнаусылар ҡара-ҡаршы ике саф булып теҙелә.

Мөҙәрис ДАЯНОВ.

Ҡыйғы районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2016) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: