Кимек уйындары малсылыҡ менән шөғөлләнгән күп халыҡтарҙа булған һәм әле лә бар. Ҡырғыҙстанда, мәҫәлән, уны альчик тип йөрөтәләр һәм ашыҡ һөйәген ташлап уйнаған төрлө уйындар буйынса республика чемпионаттары үткәрелә. Ҡырғыҙҙар ваҡ малдың тубыҡ һөйәктәренән әҙерләнгән ашыҡтарҙы ялтыратып эшкәртеп, сигелгән муҡсайҙарға һалып, төрлө илдәргә һатыуҙы ла яйға һалған. Әле был уйындарҙы Азия олимпиадаларындағы спорт төрҙәре исемлегенә индереү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала уйнау өсөн тәғәйен ашыҡтарға һәм юрау өсөн ҡулланылған ҡуй малының ҡалаҡ һөйәгенә һәйкәл ҡуйылған. Атаҡлы ғалим Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың милли уйындарыбыҙға арналған китабында башҡорт халҡында булған байтаҡ һөйәк уйындары тасуирланған. Ололар уларҙың күбеһен хәтерләй, ә йәштәргә кимек хаҡында һорау бирһәң, йыш ҡына нимә хаҡында һүҙ барыуын төшөнмәйҙәр. Ҡыҙғаныс хәл. Ләкин һуңғы йылдарҙа аҫыл милләттәштәр табылып, халҡыбыҙҙың боронғо селтәр эшләү йә уҡ яһау сәнғәтен тергеҙә башлаған һымаҡ, был өлкәгә лә иғтибар итерлек тәүәккәл ҡыҙ-егеттәр булыр әле, тигән өмөт ҙур. Сахалар (яҡуттар) хапсағай һәм башҡа милли уйындарын «Азия балалары» халыҡ-ара спартакиадаһында ҡатнашҡан спорт төрҙәре исемлегенә индергәнсә, бер заман беҙҙең дә милли уйындар донъя аренаһында лайыҡлы урын алыр, тип ышанайыҡ.
«Халыҡ уйындары ваҡыт һынауынан ҡурҡмай. Уйындар тел барьерына ла дусар түгел. Әйтәйек, башҡорт малайҙарының уйындарын рус, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа милләт халҡы улдары ла кинәнеп уйнай», – тип яҙа фольклорсы Н.Д. Шоңҡаров үҙенең уйындар хаҡындағы китабында. Ысынлап та, уйын – музыка һымаҡ уҡ, тылмас талап итмәгән ғәжәп бер байлыҡ.
Быуаттар дауамында популяр булып, әле лә әйләнештән төшөп ҡалмаған һөйәккә бәйле берҙән-бер уйыныбыҙ – «Йәтәс айырышыу». Ҡайһы яҡта сәтәш айырышыу ҙа тиҙәр. Уны бәләкәй балалар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә, ололар ҙа берҙәй ярата. Был уйын бигерәк тә көҙ һәм ҡыш, һуғым, ҡаҙ өмәләре мәлдәрендә йыш иҫкә төшөрөлә.
«Йәтәс айырышыу»ҙың шарттары ябай. Йәтәс – ҡоштоң дуға рәүешендәге саталы түш һөйәге. Йыш ҡына ауыл өйҙәрендә ҡош ите бешергән һайын ошо һөйәкте мөнйөгәс, киптереп, йыйып баралар. Ләкин йышыраҡ осраҡта табында уҡ йәтәсте айырышып ҡуялар. Ике кеше һөйәкте ике яҡҡа айыра тарта ла «Йәтәс айырыштым!» ти. Ҡайһы яҡта махсус әйтеш һүҙҙәр ҙә бар, мәҫәлән, Баймаҡ яғында «Һөйәге – һиңә, бүләге – миңә», тиҙәр.
Уйынсылар отолған осраҡта кем нимә эшләргә бурыслы буласағын алдан килешә. Ул йыш ҡына берәй мәрәкә йомош, ҡыҙыҡлы шарт була. Мәҫәлән, отолоусы күршенең ихатаһындағы ҡарҙы көрәргә йә еңеүсегә күлдәк кейҙерергә, йә, әтәс һуйып, ҡунаҡҡа саҡырырға бурыслы.
Йәтәсте айырған минуттан улар икеһе лә һаҡ, абай булырға тейеш. Улар хәҙер бер-береһенең ҡулына нимә булһа ла тотторорға тырыша. Уйынсы берәй нәмә биргәндә, икенсеһе «Иҫемдә!» тип әйтеп ала.
Әгәр уйынсы әйберҙе был һүҙҙе әйтмәйенсә ҡулына тотһа, икенсеһе «Йәтәс!» тип ҡысҡыра һәм еңеүсе була. Был уйын хәтерҙе нығыта, сослоҡ тәрбиәләй. Уйынсыларҙың иҫе ныҡ булып, айҙар, хатта йылдар буйы бер-береһен еңә алмай йөрөгән осраҡтар ҙа йыш. Йәтәс ихлас, күңелле уйын, уны бер айырышҡан кешенең тағы уйнағыһы килеп тора. Журнал уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһендә был уйынға бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләр бар. Әйҙәгеҙ, уларҙың бәғзеләре менән танышып, күңел күтәреп алайыҡ әле.
Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Бала саҡта бик оҙаҡ бер-беребеҙҙе ота алмай йөрөгән мәлдәрҙе иҫләйем. Йәтәс айырышҡандарҙың үҙ-ара әңгәмәһен тыңлау ҙа мәрәкә була торғайны. Мәҫәлән, табын артында:
– Апай, икмәк алып бир әле.
– Иҫләйем, рәхмәт. Мә, яртыһын үҙеңә ал.
– Иҫләйем... Был уйын, отҡорлоҡ тәрбиәләп кенә ҡалмай, туғанлыҡ ептәрен дә нығыта. Йәтәс айырышыу ҙур табын мәлендә, бар туған-тыумаса бергә йыйылған саҡта атҡарыла ине. Отолған кеше, ғәҙәттә, бүләккә яңы күлдәк бирә. Бер мәл шулай бик тиҙ генә еңеү бәхетенә ирештем. Еҙнәйем менән мәжлестә йәтәс айырыштыҡ. Шунан мин: «Еҙнәй, минең менән йәтәс айырышыуың ысын егетлек! Сөнки хәтерең юҡ икәнде һәммәбеҙ ҙә белә. Шуға күрә, йәтәс айырышҡанды онотмаҫ өсөн, мә, һөйәктәрен ҡулъяулығыңа төрөп, кеҫәңдә генә йөрөт!» – тип үҙемдәге йәтәс һөйәгенең яртыһын тотторҙом. Еҙнәм: «Ҡуйсы, ҡәйнеш, нишләп минең хәтерем булмаһын...» – тип ҡулымдан һөйәк киҫәген алыуы булды, мин ҡунаҡтарҙы тертләтеп: «ЙӘТӘС!!!» – тип һөрәнләп тә ебәрҙем...
Илдар Ғәбитов, иҡтисад фәндәре кандидаты, кроссворд төҙөү оҫтаһы:
– Әле бына биш йыл буйы ике сәмле кеше бер-береһенән күлдәк ота алмай йөрөй. Береһе ҡәйнәм – Нажиә Зәйниева, икенсеһе – Вәхит Шаһиев. Нуриман районының Иҫке Күл ауылында йәшәйҙәр. Икеһе лә юморға бай, шаян. Күпмегә һуҙылыр уйындары – белмәйем. Ҡәйнәм халыҡ ырымдарын да яҡшы белә, телгә бөткән. «Саҡырған урынға эт тә килә, һанға һуҡҡан кеше саҡырмаһаң да килә», «парлы миндек – түрҙә, яңғыҙ миндек – ерҙә» – телмәрендә ошоноң кеүек әйтемдәр бихисап. Һөйәк уйындарына килгәндә, ашыҡты мәктәп йәшенә тиклем уйнай инек, тәртибен онотҡанмын. Әсәйем әйтеүенсә, һөйәктәрҙе ҡурсаҡ, танк, машина итеп тә уйнатҡанбыҙ.
Сәрбиямал Исхаҡова, пенсионер:
– Йәтәсте сәтәш ти торғайныҡ. Бала саҡта әсәйем ҡош-ҡортто күп аҫраны, йәтәсен айырышыу үҙе бер ҡыуаныс ине. Атайымдың хәтере шәп булғандыр,ҡунаҡта йәтәс айырышып ҡайта ла аҙаҡ, еңдем барыбер, тип ҡыуана торғайны. Бер мәжлестә буласаҡ ҡоҙабыҙ Зиннур Шәйәхмәтов менән уйнағандар ҙа оҙаҡ отолмай йөрөгәндәр. Ҡаҙмашҡа китеп барһа, ҡаршыһына Зиннур ҡоҙа килә икән. Атайым кеҫәһенән бәкеһен сығарып: «Бынау һинеке түгелме, әле табып алдым», – тиеү менән, тегеһе: «Ҡана ҡарайым», – тип алған да ҡуйған. Атайға ни «Сәтәш!» – тип ҡысҡыраһы ғына ҡалған. Еҙнәйем дә, мине сәтәш айырышып отҡан кеше юҡ, тип маҡтанды бер мәл. Мин ун өс йәшлек ҡыҙ инем ул саҡта. Әйҙә, минең менән айырыш, тип ҡаңғырта башланым. Эй, һинме мине ота торған кеше, ти был. Көнө буйы «Иҫемдә, иҫемдә!» тип, нимә бирһә лә, отолманым. Икенсе көн әсәйем ҡаҙ йолҡорға булды. Еҙнәй кәртәлә ҡаҙ сала. Ҡарап торҙом да бер ҡаҙҙы барып тоттом. Аяҡтарынан ғына эләктереп, ике ҡанатын ысҡындырғайным, ҡаҙым йән көскә талпына, ҡанаттары менән һуға. «Тот-тот!!!» – тип ҡысҡырыуыма еҙнәйем йүгереп килеп тотто ла алды. Мин «Сәтәш!!!» – тип тә ебәрҙем. Ул, бахыр, аптырап: «Тфү, ауыҙыңа май!» – тигән булды. Мине отҡан кеше юҡ ине, хәйләкәр балдыҙ отто, тип аҙаҡ һөйләп йөрөнө.
Зилдә Хәмиҙуллина, пенсионер:
– Шулай бер ваҡыт, беҙ йәш саҡтарҙа, ике дуҫ егет йәтәс айырышты. Яҡын дуҫтар ине улар, шуға хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Егеттәр ваҡланып тормаған, ҙур әйбергә килешкән. Икәүһе лә «Ява» мотоциклы вәғәҙә итеп ҡуйған. Шунан берәүһе ҡыҙып китеп: «Ява» нимә ул? Дуҫҡа «Жигули» ҙа йәл түгел. Йәренгә машинамды ҡуям, тик һин мине ота ғына алмайһың», – тигән. Икенсе егеттең машинаһы булмаған. Эй тырышҡан, нисек булһа ла отҡан дуҫын. Вәғәҙә – иман! Биргән машинаһын дуҫына, тегенеһе елдереп үткәндә, терһәген тешләрҙәй булып үкенгәндер ҙә ул, ләкин һуң. Әммә дуҫ шундай ваҡытта һынала бит. Бер ай тирәһе рәхәтләнгән дә машинаны кире ҡайтарған. «Эй, дуҫ, дуҫ! Машинаңды алмаҫ та инем, һиңә һабаҡ булһын тип кенә йөрөттөм. Башҡа берәү булһа, бирмәй ҙә ҡуйыуы бар ине бит, бынан ары йәтәскә машина ҡуймаҫһың», – тигән. Ә дуҫы инде хәҙер вәғәҙәләү түгел, йәтәс отошоуҙан да ваз кискән. Был Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында булған хәл.
– Өләсәйем Фәриҙә Ғәйнулла ҡыҙы, үҙебеҙ әйткәнсә әзәйем, егерме дүрт йәшендә Миндәк ауылынан һигеҙ генә йәшлек Ғәбделәүәл Шәрипов тигән малай менән шаярып ҡына сәтәш айырыша. Отошҡа – күлмәк, ти әзәйем шаярып, шунан еңә лә онота. Күп йылдар үтә. Бер мәл теге малай, инде буй еткергән егет, күлмәклек тауар тотоп килеп инә. Өләсәйем ысынға һанамаһа ла, егет бурысын нисәмә йылдар буйы иҫендә тотҡан икән, үҙе аҡса эшләй башлағас та һүҙен һүҙ итеп ҡуйған шулай.
Ян Ибәтуллин, тележурналист:
– Ишембай тарафтарында әле лә ҡош, мал һөйәген аяҡ аҫтына ташлатмайҙар, ярамай. Һөйәктәргә бәйле ырымдар ҙа күп. Мәҫәлән, сәңгелдәкте түбә таҡтаһына элгәндә, бала ныҡ, еңел һөйәкле булһын тип һамаҡлап, бау сөйләп, ике бау араһына ҡаҙҙың ҡанат һөйәген саталап ҡуялар. Ҡаҙҙың түш һөйәгенән атайымдар сана ла эшләп уйнаған. Айгөл апайым менән йәтәс айырышыуҙарыбыҙҙы һағынып иҫләп алам. Беҙҙең яҡтарҙағы тәртип буйынса өс отолоштан ғына еңәһең.
Бына шулай, халыҡта ниндәй генә иҫтәлек, лаҡаптар йөрөмәй был уйынға бәйле. «Йәтәс айырышыу» – башҡортобоҙҙоң бай милли йолаларының айырылғыһыҙ бер матур өлөшө, тормошоноң матур һәм мәрәкә биҙәге.