Милли кейемдәрҙә йырлашып ауыл урамдарынан бер сәскә тулҡыны булып үткәндән һуң, аҫылбикәләр мәҙәниәт йортона йүнәлде. Биш ауыл - Сосновка, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Үткәл, Хөсәйен ағинәйҙәре йөн эштәре буйынса ярышты. Шулай ҙа рысыҡайҙар иң егәрле булып сыҡты! Беренселекте улар берәүгә лә бирмәне. Йыр-бейеү менән күңел асып, милли матбуғатҡа дәррәү яҙылып таралышты улар был матур байрамдан. Ауыл йәне, ауыл ҡото ошо инәйҙәр. Улар булғанда, рух һүнмәҫ. Рәхмәт һеҙгә, белореттар!