+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
22 Март 2019, 13:46

Өрпәкәй

Башҡорттар борондан тәбиғәт менән бер булып, үҙҙәрен дә уның айырылғыһыҙ өлөшө итеп тойоп йәшәгән. Тик һуңғы илле йыл самаһы ваҡыт арауығында ғына, халҡыбыҙ тәүҙә эш артынан колхоз-совхоз үҙәктәренә, унан эреле-ваҡлы ҡалаларға ла күпләп күсенгәс, ғәҙәти көнкүреш күп ерҙә үҙгәреш кисергән, йолаларҙан, тирә-яҡ донъяны борондан килгән ырым-ышаныуҙарға бәйле күҙаллап ҡабул итеүҙән дә тайпылыу башлаған. Ҡыуанысҡа күрә, һуңғы осор үҙлегебеҙгә ҡайтарған, төпкөл аңды уятҡан хазиналарыбыҙға иғтибар артты, киренән тергеҙеүгә юл алынды.

Журналыбыҙҙа бер нисә йыл дауамында милли кейем һәм биҙәүестәр хаҡында байтаҡ мәҡәләләр бире­леүе, оҫталыҡ дәрестәре баҫылыуы мул емеш бирҙе. Әүәлерәк ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың селтәр-хәситәләр кейеп йөрөүен күҙ алдына ла килтереп булмаһа, бөгөн ҡунаҡ йә тама­шаларҙа ошо матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Әммә бында ла тергеҙәһе, теүәлләйһе нәмәләр байтаҡ әле. Шуларҙың береһе – нигеҙенә ғәйәт оло мәғәнә йәшергән өлтөк, өрпәкәй, өрпәтәкәй, ябайыраҡ итеп әйткәндә, ҡаҙ ҡойроғо.
Ҡоштар донъяһы ул беҙҙең өсөн тәү сиратта күктәрҙә урынлашҡан серле Самрау иле. Ә һыу ҡоштары иһә Самрау батшаның һөйөклө ҡыҙы, Урал батырҙың кәләше булған бөйөк инәбеҙ аҡҡош-ҡыҙ Һомайғоштоң туғандары. Шуға ла аҡҡоштоң ҡулға эйәләштерелгән туғаны ҡаҙға, уны тәрбиәләүгә ҡарата бик күп ырымдар һаҡланған. «Ҡаҙ өмәһе» үҙе оло байрам, ҡаҙ йолҡҡандан һуң ҡауырһындарын ҡош юлына оҡшатып йылғаға илткән һуҡмаҡҡа һибеп сығыу, ҡаҙ ҡауырһынынан ҡумыҙ яһап уйнау, өйгә килен төшкәндә ҡаҙ мамығынан эшләнгән яҫтыҡҡа баҫтырыу, мәйет булған йортта иҙәнде ҡаҙ ҡанаты менән ишек төбөнән түргә ҡарай һепереү, ауырлы ҡатындарҙың эсен ҡаҙ майы менән һылау, ҡаҙ ҡауырһынын һыҙырғанда бәләкәй ҡыҙҙар мамыҡты танауына еткәнсе өйһә, ынйы ҡойола тип ышаныу – был йолаларҙың һәр береһенең халҡыбыҙҙың донъяны үҙ мифологияһына ярашлы ҡабул итеүенә бәйле йөкмәткеһе бар. Әйткәндәй, башҡортта ҡаҙ ҡойроғона бәйле бер ҡыҙыҡ юрау ҙа бар. Ул Хәйбулла, Йылайыр яҡтарында әле лә һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе мәлендә ҡыҙ бала ҡоштоң ҡойроҡ өҫтөндәге оҙон ҡаурыйын йолҡоп усына ала ла урамға сыға. Шунда беренсе осраған кешегә оҡшатып, кемгә кейәүгә барырын самалайҙар. Уңған кеше тап булһа, ирең дә егәрле булыр, ҡарт бабай килеп сыҡһа, олораҡ кешегә сығаһың, тип мәрәкәләгәндәр.
Элек ҡаҙ йолҡҡанда хәҙерге ише ҡайнар һыуға тығыу булмаған, шуға өлтөктө иң аҙаҡтан ҡырҡып алғандар. Хәҙер иһә уны һыуланып ылбырамаҫ элек алдан, бер аҙ төбөндәге майы менән умырыбыраҡ алыу зарур. Өлтөк матур итеп ҡабарып кипһен, майы ла бөтһөн өсөн уны борон көлдөксәгә һалып, көлгә бутағандар. Көл тейгән өрпәкәй һорораҡ төҫкә ингән. Майын көл алғас, ул ҡабарып, шәшке тиреһе һымаҡ йылҡылдап китә. Был матурлыҡтың үҙ тәғәйенләнеше бар, уның менән сабый балаларҙың, ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да баш кейемдәрен: кәпәстәрен, тупыйҙарын, көләпә­рәләрен, таҡыяларын биҙәгәндәр. Кәпәстең сит-ситтәренә бөтөн һыҙат итеп теҙеп текһәләр, түбәтәйгә, ғәҙәттә, йә ара ҡалдырып, берәмләп ултыртыр булғандар, йә биҙәк яһап, өсмөйөш шәкелендә. Ә бишмәт, камзул теккәндә биленә, ҡулбашына йышыраҡ өсәре бер итеп ултыртылған.
Өлтөк ҡаты күҙҙе ала, күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән ышаныс йәшәй. Милли кейем серҙәрен өйрәнгән Асия апай Ғәйнуллина, өрпәтәкәйҙе әсә кеше балаһы ҡанатлы булһын, тормошта үҙен ышаныслы тойһон өсөн, теләктәр теләп теккән, ти. Асия апайҙың: «Иң матур, затлы өлтөк – ҡорҙоҡо ул, атайым беҙ бала саҡта ҡор алып ҡайтһа, өрпәкәйен эш итмәй ҡалдырмай инек, ә бына итәккә өйрәк өлтөгөн тегәләр», – тип хәтерләүе ҡиммәтле мәғлүмәт булды. Өлтөктөң бетеү булыуы шик тыуҙырмай, ул Һомай-инәнең бер аманаты, хатта өлөшө булараҡ, ҡурсалаусы әсәйҙең төҫө итеп тә ҡабул ителә.
Ҡоштар донъяһы күк менән бәйле, шуға ҡанатлыларға ҡағылышлы биҙәктәр күберәк тәндең өҫкө өлөшөн, бигерәк тә башты ҡаплаған кейемдәрҙә ҡулланыла. Урта өлөш – ер, аяҡ яғы ер аҫты донъяһына бәйләнешле. Әкиәттәрҙә һыуға сумған өйрәк йыш ҡына аҫтағы донъя менән бәйле сюжеттарҙа осрай, шуға өйрәк өлтөгө тап итәккә тегелгән. Ә ҡаҙ­ҙыҡы – баш кейеменә, бишмәттең ҡулбаш, һирәкләп бил яғына. Шулай уҡ бәләкәй ҡыҙҙарҙың яулыҡта­рының мөйөштәрен, маңлайсаны ла өрпәкәй менән биҙәгәндәр.
Өлтөклө кейем өлгөләре бөгөн хатта музейҙарҙа ла һирәк осрай. Боронғо өлгөләрҙәге өрпәкәйҙәрҙең күбеһен йә көйә ҡырҡҡан, бәғзеһе ҡороп ҡойолған. Шулай ҙа фотоларҙа, хәтирәләрҙә һаҡлана әле ул. Өләсәйемдәрҙең ҡалын фотоальбомында кинйә улдары Самат ағайымдың өлтөклө таҡыя кейеп төшкән фотоһы бар, тик аҡлы-ҡаралы фотола ул эре тәңкә һымаҡ күренә. Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева бала сағын хәтерләп: «Өләсәйем башлығымдың ситенә өрпәкәй теҙеп, биҙәгән, сабыйҙы яман күҙҙән һаҡлай тип ышанғандар, ә уның матурлығын күрһәгеҙ», тигәс, үҙемдең дә өлтөк һәм ялтыр төймә менән биҙәлгән һандал (ҡуйы алһыу) төҫлө түбәтәйем иҫкә төштө. Бишмәтем дә өрпәтәкәйле ине. Ул милли кейемдәрҙе әсәйем, Әбйәлил ра­йоны Хәмит ауылында йәшәүсе Гөлсәсәк Хәлфетдинова, 1985 йылда Зиниә һеңлем менән икебеҙгә бер иштән ҡарға бутҡаһына барырға тип махсус теккәйне. Ауылға шылтыратып, шул бишмәтте, түбәтәйҙе һораштым, юғалмағандар икән, һандыҡ төбөндә ятҡандар. Тик ҡайһы бер өлтөктәре ҡойолған булып сыҡты. Әмәлгә ҡалғандай, ауылдашыбыҙ Зөбәйлә апай Ҡасимова быйыл ҡаҙҙарының ҡойроғон алып ҡалған, унан өлтөктәр алып, әсәйем утыҙ өс йыл элек бәләкәстәренә тип теккән кейемдәрен яңыртты. Өлтөктәрҙең бер нисәһен генә көлдә әүәләгән, фотола улары һоро төҫтә. Ҡалғандарын һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса ҡушылған һыуҙа ғына сайҡатып алған, улары ап-аҡ. «Төбөндә бер аҙ майлы тиреһен ҡалдырһаң, кипкәс өлтөк таралмай, ныҡ була», – ти ул. Шулай итеп, дөйөм көс менән, милли кейемебеҙҙең онотола төшкән элементын күрһәтерлек өлгөләр ҙә табылды.
Сабый күҙһенмәһен, иңдәрендә ҡанат тойоп үҫһен, үҙенә ышанысы көслө булһын тиһәгеҙ, һеҙ ҙә ҡаҙ өмәһендә өрпәкәйҙе әрәм итмәгеҙ. Күңел юғарылығын кәүҙәләндергән Самрау батшаның аҡ ҡото милли кейемдәребеҙгә лә, үҙебеҙгә лә йоҡһон!
Читайте нас: