-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ғинуар 2020, 13:29

Киләсәк фәнгә таяна

“Фән” милли проект сиктәрендә, Башҡортостанда донья кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәген төҙөү буйынса Өфөлә форсайт-сессия үтте.Был сараның эксперты булып “Сколково” Мәскәү мәктәбе идаралығы етәксеһе Андрей Волков сығыш яһаны.

Форумда Федерация Советының комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан хөкүмәте етәкселеге ҡатнашты.
Донья кимәлендәге фәнни- мәғариф үҙәге федераль юғары уҡыу йорттарының, фәнни ойошмаларҙың һәм иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларының ресурстарын бергә тупларға тейеш.
Был үҙәк “Фән” милли проекты сиктәрендә, Президент Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы ойошторола.
2024 йылдарға Рәсәй фәнни тикшеренеүҙәр һәм өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге эшмәкәрлек буйынса донъяның иң алдынғы биш иле исемлегенә инергә тейеш.
Фәнни-мәғариф үҙәктәр әле үк биш төбәктә эшләй. Ике йыл эсендә тағы ла ун үҙәк асыу күҙалланған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: