Республиканың район-ҡалаларында 12 полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Өфөлә ошондай ике мәктәп эшләй башланы ла инде. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында мәғариф үҙәктәре, балалар технопарктары һәм кванториумдар асыу планлаштырыла.
Мәғариф өлкәһендә яңы технологиялар һәм уҡытыу алымдарын үҙләштереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Шундай сараларҙың береһе – өсөнсө Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны – кисә ВДНХ-Экспо майҙансығында эшләй башланы. Форумда шулай уҡ кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү системаһы, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Халыҡ-ара салондың программаһында мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Бөтәһе 200-гә яҡын сара планлаштырылған, уларҙа, ойоштороусылар һүҙҙәренсә, 20 меңләгән кешенең ҡатнашыуы көтөлә.