-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ноябрь 2019, 10:53

100 мең кешенең һаулығын тикшерелгән

Калининград өлкәһендә үткән Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Һөҙөмтәлә халыҡтың уртаса ғүмер оҙайлығы 70,9 йәштән (2014 йыл) 73,6 йәшкә (2019 йыл) тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта рәсәйҙәрҙең 60 проценттан ашыуы медицинаның сифатын юғары баһаламай. Тәү сиратта, һүҙ беренсел звено хаҡында бара.

Ил президенты ҡушыуы буйынса бөгөнгә беренсел звеноны яңыртыу принциптары раҫланған да инде. Улар нигеҙендә Федерация субъекттары 2020 йылдың 10 ғинуарына тиклем үҙҙәренең төбәк программаларын әҙерләргә һәм 1 июлгә ҡәҙәр уларҙы ҡабул итергә тейеш.
Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр нисек тора һуң?
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр милли проекттар сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыра. Төбәктең барлыҡ поликлиникаларында ла бушлай тикшерелеү өсөн мөмкинлектәр бар. “Һау республика, һау төбәк” акцияһы сиктәрендә апрелдән октябргә тиклем табиптар ауылдар буйлап йөрөгән һәм 100 мең кешенең һаулығын тикшерелгән. Был акция киләсәктә лә дауам итәсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: