+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ноябрь 2019, 10:34
Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында милли проекттарҙы яҡтыртыуҙа – тәүге өс төбәк араһында
“Медиалогия” компанияһы сентябрь айында Владимир Путиндың “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” указы хаҡында иң күп яҙған төбәктәр рейтингын төҙөгән. Исемлек башында – Мәскәү, икенсе урында – Краснодар крайы, өсөнсө булып Башҡортостан Республикаһы килә. Тәүге ун төбәк араһында Приморье крайы, Нижегородский өлкәһе, Санкт-Петербург ҡалаһы, Төмән өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Мәскәү һәм Һамар өлкәләре лә бар.
Тикшереүҙә Рәсәй төбәктәренең гәзиттәрҙә, журналдарҙа, интернет киң мәғлүмәт сараларында, мәғлүмәт агентлыҡтарында, радио һәм телевидениела телгә алыныуы һаналған.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: