Атап әйткәндә, Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусын, Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, Өфөнөң Затон биҫтәһендә күп функциялы дауахана комплексы, ике бала табыу йорто, 12 поликлиника, өс ауыл табип амбулаторияһы, 167 ФАП һәм башҡа объекттар төҙөү күҙаллана.
Әйтәйек, Затон биҫтәһендәге күп функциялы дауахана комплексында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн дауахана, геронтология бүлеге, балалар өсөн дауахана, консультация һәм диагностика үҙәге һәм башҡа мөһим бүлектәр эшләйәсәк.
Әле милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауханаларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, ФАП-тарҙы яңыртыу, матди-техник базаны нығытыу буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан