+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь 2019, 11:24

Алданған ғаиләләргә фонд ярҙамға килә

Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү бөгөнгө көндә ҙур проблемаларҙың береһе булып тора. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар, аҡса түләп тә, фатирһыҙ тороп ҡала. Яуапһыҙ төҙөүселәр йә йыйылған аҡсаны үҙләштерә, йә ойошма финанс көрсөккә терәлеп, төҙөлөш күп йылдарға туҡтап ҡала.

Ошо үтә лә сетерекле проблеманы хәл итеү федераль һәм төбәк властары өсөн - көнүҙәк бурыстарҙың береһе. Уның осона сыҡмай тороп, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын уңышыл атҡарыу мөмкин түгел. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы 2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында республика законына индергән үҙгәрештәргә ярашлы, быйыл Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондына 175 миллион һум аҡса инергә тейеш. Фонд федераль кимәлдә булдырыла. Уны 88 процентҡа – федераль аҡсаға һәм 12 процентҡа төбәктәр иҫәбенә формалаштырыу күҙ уңында тотола. Фонд аҡсаһы проблемалы объекттарҙы төҙөүҙе тамамлауға бүленә.
Алданған өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларға республика башҡа сығанаҡтарҙан да ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған бурысҡа ярашлы, проблемалы йорттарҙы сафҡа индереү раҫланған план һәм график буйынса алып барыла. Мәҫәлән, 1 декабрға тиклем “Милов паркы” биҫтәһендә үҙ йортона инә алмай интекктән 400 ғаилгә эргәләге “Йәштәр” торлаҡ комплексынан фатир биреләсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: