-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Октябрь 2019, 11:12

Күп балалы ғаиләләр 600 мең һумға дәғүә итә ала

Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәйҙә халыҡ һаны кәмей – йәмғиәтебеҙ 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың, иҡтисади һәм сәйәси көрсөктөң кире йоғонтоһон кисерә. Ул осорҙа балалар аҙ тыуҙы, хәҙер иһә шул быуын демография күрһәткестәренең түбәнәйеүе сәбәпсеһе булып тора. Әгәр тиҙ арала саралар күрелмәһә, тыуымдың кәмеүе 2035 йылға тиклем дауам итәсәк. “Демография” милли проекты ошо проблеманы хәл итеү маҡсатын тота ла инде.

Был йәһәттән республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары әүҙем эш алып бара. Депутаттар билдәләүенсә, йәштәр араһында аңлатыу эштәрен киңерәк йәйелдерергә, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтергә, фатир һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға кәрәк.
Үткән аҙнала Башҡортостан парламенты күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе һәм 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлылар исемлеген киңәйтте. Хәҙер 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр был ярҙамға дәғүә итә ала.
Закон үҙ көсөнә 2020 йылда инәсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: