-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Октябрь 2019, 11:05

Коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү етди иғтибар талап итә

5-8 ноябрҙә республикала экологик белем аҙналығы акцияһы үтәсәк. Уны Башҡортостан Экология министрлығы һәм район хакимиәттәре менән берлектә Республика балалар экология-биология үҙәге ойоштора.

Акция барышында мәктәптәрҙә экологик дәрестәр үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу өлкәһендәге реформаның талаптарын аңлатыу ҡарала.Был сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш буласаҡ.
Ғөмүмән алғанда, экология проблемаларын хәл итеү өсөн 2024 йылға тиклем федераль бюджеттан 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ил буйынса барлыҡ рөхсәт ителмәгән полигондар ябылырға һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш.
Республикала 2301 га ерҙә 3 меңгә яҡын рөхсәтһеҙ асылған сүплек бар, уларҙа 29 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡтар тупланған. Йыл башынан был күләмдең 11,5 проценты ғына юҡ ителгән. Туғыҙ районда был эштәр, төрлө сәбәптәр арҡаһында, әле булһа башланмаған.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: