Республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ онкология ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлаған өсөн табиптарға 5 мең һум күләмендә премия түләнә. «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә – бер миллион һумлыҡ, «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашҡан фельдшерҙарға 500 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыу ҡаралған.
Кисә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһе барышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан Мораҡ үҙәк район дауаханаһы терапевы Әлфиә Әлимғолова, Асҡын үҙәк район дауаханаһының участка терапевы Гөлназ Ғаббасова, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы педиатры Олег Гарейшин һәм бер нисә фельдшер атап үтелгән программаларға ярашлы суммала сертификаттар алды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан