Был гаджеттар ярҙамында табиптар онлайн режимында саҡырыуҙарҙы ҡабул итә, пациентҡа китеп барғанда уҡ уның ауырыуҙар тарихы менән таныша, документтарҙы тултыра һәм дауаханаға ауырыуҙың хәле тураһында хәбәр итә тора ала. Был дауалау учреждениеларына ҡаза күреүселәрҙе ҡабул итергә алдан уҡ әҙер булырға булышлыҡ итәсәк, тип көтөлә. Планшеттар 345 бригадаға тапшырыласаҡ.