-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Октябрь 2019, 11:01

Республикала милли проекттар үтәлеше тикшерелде

Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең мониторингылау федераль төркөмө килеп ҡайтты.

Улар Президент Владимир Путиндың май Указдарында ҡаралған милли проекттарҙың үтәлешен тикшерҙе.
Депутаттар «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Һаулыҡ һаҡлау», «Экология», «Һанлы иҡтисад», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» һәм башҡа проекттарҙың һөҙөмтәләре менән танышты. Улар мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында булды, ихата һәм йәмәғәт биләмәләре, предприятиелар, медицина учреждениелары, юлдарҙы ҡараны.
Шулай уҡ льготалы категорияға ҡараған граждандарҙы бушлай дарыуҙар тәьминиәте менән ҡыҙыҡһынды.
«Демография» проекты финанслау күләме буйынса иң әһәмиәтлеләрҙең береһе.
Быйыл уны тормошҡа ашырыуға 6 миллиард һум аҡса бүленгән.
Республикала ике йыл эсендә 40-лаған балалар баҡсаһын төҙөү күҙаллана.

Читайте нас: