– Был флюорографтарҙы алыуыбыҙ – бик шатлыҡлы ваҡиға. Ҡоролма ауыл ерендә йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыуға булышлыҡ итәсәк, – тине асҡысты биреп БР Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Һанлы флюорографы булған медицина комплексы Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник һәм Октябрьский ҡала дауаханаларына тапшырылды. Улар ярҙамында тиҙҙән тикшереүҙәр үткәреү башланасаҡ.
Күсмә флюорография ҡулайламалары алыҫ ауылдар халҡын, урта һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусыларын, эре предприятие эшселәрен тикшереү өсөн ҡулланыла. Һөҙөмтәләрҙе төбәктең махсуслаштырылған медицина ойошмаларына берҙәм мәғлүмәт системаһына тиҙ арала ебәреп була. Һаулыҡты ваҡытында һәм сифатлы тикшереү мөмкинлеге халыҡ араһында үлем осрағының кәмеүенә, йәшәү оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итәсәк
Быйыл 7 дана күсмә флюорограф алыуға контракт төҙөлгән. Әлеге мәлдә республиканың медицина ойошмаларында 18 күсмә флюорограф бар.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.