-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2019, 11:18

Башҡортостанда мәшғүллеккә ярҙам итеү буйынса 3,5 ярым кеше белемен камиллаштырасаҡ

Был сара «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты буйынса башҡарыла. Унда төбәктең төрлө тармаҡлы 44 предприятиеһы ҡатнаша. Белемен камиллаштырыуға әле 943 кеше йәлеп ителгән. Ошо хаҡта республиканың иҡтисадты үҫтереү министрлығы хәбәр итә.

Быйыл ҡайтанан уҡытыуға, белемен камиллаштырыуға, мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт баҙарындағы һөҙөмтәлекте күтәреү өсөн 3,5 ярым кеше белемен арттыра.
2024 йылдарға тиклем республикала сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 30 процентҡа үҫергә тейеш. Бының өсөн милли проектҡа 196 предприятиены йәлеп итеү бурысы тора.
Хеҙмәттәшлек хакында партнерлыҡ килешеүҙәре төҙөү буйынса Рәсәйҙең эре автомобилдәр корпорацияһы «Камаз», «Һаҡлыҡ банкы» акционерҙар йәмғиәте менән төҙөлгән. Июль айында «Газ» төркөмө менән хеҙмәттәшлек хакында килешелгән. Киләсәктә был исемллектә «Сибур Холдинг» акционерҙар йәмғиәте инәсәк тип белдергән ведомство.


#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: