Маммологка урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй, Күмертау, Сибай, Белорет, Бөрө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә һәм онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙылырға мөмкин.
Өфөләр 32-се, 48-се, 43-сө, 13-сө, 50-се ҡала поликлиникалары ҡарамағындағы онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәренә лә мөрәжәғәт итә ала. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса поликлиникаларҙа онкологтарҙан белергә мөмкин.