+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Октябрь 2019, 11:18

Ауылға инвестициялар йәлеп ителә

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты сиктәрендә “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” программаһы ла тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән «Инвестиция сәғәте» һөҙөмтәле эшләгән майҙансыҡҡа әүерелде. Ауыл хужалығы министрлығында тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү, урындарҙа фермерҙарға ярҙам ойоштороу тейешенсә ҡуйылған.

Дөйөм алғанда, Башҡортостандың инвестиция комитеты дөйөм хаҡы яҡынса 170 миллиард һум тәшкил иткән 103 проект ҡараған. Быйыл республиканың инвестиция портфеле 31 миллиард һум булһа, киләһе 2020 йылда 39 миллиард һум тәшкил итәсәк. Күпселек проекттар Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса үтә.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: