+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь 2019, 10:58

Башҡортостаныбыҙҙың йәшеллеге өсөн

Шәмбе, 5 октябрҙә, республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙҙы. Был көндө райондарҙа һәм ҡалаларҙа ағас ултыртырға, тематик аллеялар булдырыуға халыҡ дәррәү сыҡты. Дөйөм алғанда акцияла 138 мең кеше ҡатнашты, барлығы 69 мең ағас ултыртылды, 245 тематик аллея булдырылды. “Экология” милли проекты сиктәрендә төбәктә шулай ҙур эш атҡарылды.

“Акцияның төп маҡсаты – экология проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы йәшелләндереү, уларҙы төҙөкләндереү”, - тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы мәғлүмәт хеҙмәте дөйөм эшкә йомғаҡ яһап.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: