-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2019, 12:07

2020 йылда әсәлек капиталы арта

Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән 2020 йылда әсәлек капиталы күләме 13 мең һумға арта. Быға тиклем был түләү 453 мең һум булһа, яңы йылдан 466 меңгә етергә тейеш. Сара “Демография” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн тос өлөш буласаҡ.

Был маҡсатҡа федераль бюджетҡа 316 миллиард һум аҡса һалынған.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы бюджеты тураһындағы законға ярашлы, алдағы өс йылда Рәсәй капиталының байтаҡ өлөшөн медицинаны үҫтереүгә һәм диспансерлаштырыуға йүнәлтәләр. Киләһе йылда Мотлаҡ медицина страховкалау фонды сығымдары яҡынса 2,4 триллион һум буласаҡ.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: