+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2019, 11:01

Урал аръяғында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү планлаштырыла

Республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш зонаһында көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе төбәк операторы - «Эко-Сити» компанияһы — сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөргә ниәтләй.Комплекс Баймаҡ ҡалаһында урынлашасаҡ һәм “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәсәк.

Уның ҡеүәте йылына 100 мең тонна ҡалдыҡҡа иҫәпләнгән. Инвистиция күләме – 540 миллион һумдан ашыу. Проект сорттарға айырыу линияһын, полигонды, органик ҡалдыҡтарҙан серетмә етештереү цехын үҙ эсенә ала. 102 яңы эш урыны булдырыла. Урал аръяғында заманса полигондар, сорттарға айырыу заводтары юҡ.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: