+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 10:46

Йыл аҙағына тиклем өс һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2019 йыл аҙағына тиклем Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында балалар поликлиникалары төҙөлә, ә Языково үҙәк дауаханаһының дауалау корпусына төкәтмә ҡуйыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл материаль-техник базаны нығытыуға, капиталь ремонт эшләүгә, янғынға ҡаршы сараларға федераль һәм республика бюджетынан 1,5 миллиардҡа яҡын һум аҡса бүленгән. Улар 114 учреждениела эштәргә тотонолған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: