-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 11:12

Республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөй

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” – Башҡортостанда 10 октябргә тиклем барасаҡ акция шулай тип атала. “һаулыҡ поездары” райондар һәм ауылдар буйлап йөрөп, халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. Акция башланғандан алып 96 меңдән ашыу кеше ҡаралған. Уларҙың 535-ендә яман шеш булыуға, 836-һында шәкәр сире үҫешеүгә шик тыуған. 7572-һенең ҡан баҫымы юғары юғары икәнлеге асыҡланған. Был кешеләрҙең барыһы ла диагнозды аныҡлау һәм дауаланыу өсөн артабан тикшерелеүгә ебәрелгән.

2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырылыусы милли проекттар араһында “Һаулыҡ” милли проекты иң мөһимдәренән һанала һәм республикала уға ғәйәт ҙур иғтибар бирелә.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: