+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Сентябрь 2019, 11:36

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә алты балалар баҡсаһы грант отҡан

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә алты балалар баҡсаһы 2020 йылда грант алыу өсөн конкурста еңеп сыҡҡан. Ул ата-әсәләргә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан субсидия рәүешендә биреләсәк.

Рәсәйҙә бындай грантты барыһы 164 мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы аласаҡ. Улар араһында Өфөнән 220-се, 97-се, 29-сы, Бөрө ҡалаһынан 7-се һанлы “Улыбка”, Өфө районы Булгаково ауылынан “Семицветик”, Подымалово ауылынан “Фантазия” балалар баҡсалары ла бар.


#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан


Читайте нас: