+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2019, 11:38

Сит илгә тауар сығарыусыларға ярҙам

Башҡортостанда теркәлеп, унда эшләүсе һәм үҙҙәре етештергән продукцияны сит илгә сығарыусы кесе һәм урта компанияларға республика бюджетынан субсидия бирелә. Был программа “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә булдырылған.

Бөгөнгө көнгә йәмғеһе шундай 21 ойошма дәүләттән финанс ярҙамы алған. Ярҙам күләме 13 миллион һумдан артып киткән.
Яҡын арала тағы ла өс предприятие: «Стройхимторг», «Взрывгеосервис»һәм «ТрансТерминалЛес» йәмғиәттәре продукцияларын сит илгә сығарыу буйынса сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия аласаҡ.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Читайте нас: