Бының өсөн тәү сиратта тыуымды арттырыу, ә үлемде кәметеү мотлаҡ. Халыҡтың тәбиғи үҫешен көйләү, әлбиттә, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатына ҡайтып ҡала. Ошонан сығып, алдағы биш йылда республикала 170 ФАП, 12 поликлиника, 2 бала табыу йорто төҙөү планлаштырыла.