+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2019, 11:35

Йыл аҙағына тиклем проектҡа 50 предприятие ҡушыласаҡ

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыу тураһында 32 ойошма менән килешеү төҙөлгән. Улар эсенә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш өлкәһе предприятиелары инә. 2019 йылдың аҙағына тиклем проектҡа 50 предприятиены йәлеп итеү бурысы ҡуйылған.

Нефтекаманың "Искож" предприятиеһы шундай хеҙмәт коллективтарыны береһе. Бында ҡотҡарыу һалдарын эшләү буйынса һаҡсыл производство механизмдарын индереп, хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырғандар. Технология процессы ваҡытын - 63,1 процентҡа, эшләнеп бөтмәгән производство күләмен 42,4 процентҡа кәмеүгә өлгәшкәндәр.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: