Мониторинг балалар ҡатнашлығында ата-әсәләрҙән һорау алыу, анкета һәм туҡланыу системаһын анализлау формаһында ойошторола. Башҡортостанда 701 мәктәп тикшерәләсәк. 100 -ләгән белем усағында ата-әсәләрҙән анкета йәки һорау алыу ойошторола.
Ошо турала Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдергән.
Мониторингы ваҡытында туҡланыу, аҙыҡ-түлек сифаты һәм башҡа йүнәлештәр баһаланасаҡ.
Башҡортостандан тыш пилот проектында Мәскәү, һамар, Свердлов һәм Омск өлкәләре ҡатнаша.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан