-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2019, 11:02

Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Мәғариф министрлығы 50 миллион һумлыҡ грант отто. Был сумма 2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәген булдырыу өсөн йүнәлтеләсәк. Бөгөнгө көндә үҙәк өсөн тәғәйен бина ла билдәле - ул Тыныслыҡ урамы, 14-се йортта урынлашҡан бизнес үҙәгендә асыласаҡ.

Һөнәри әҙерлек үҙәге алтынсы-ун беренсе класс уҡыусылары өсөн көндәлек эш форматында эшләргә, балалар унда ҡыҙыҡлы уйын формаһында ниндәй һәләттәрен үҫтерергә кәрәклеген, ниндәй һөнәри мөхиткә ҡарағанын билдәләй алырға, эш биреүсе менән аралашырға өйрәнергә тейеш.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан