+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2019, 10:52

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы республиканың Хәрби Дан музейында мультимедиялы гид барлыҡҡа киләсәк

Хәбәр итеүебеҙсә, Президент Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы, “Мәҙәниәт” милли проекты кешеләрҙе күберәк мәҙәни программаларға ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Милли проектҡа “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” тигән өс федераль проект инә.

Республиканың Хәрби Дан музейы Бөтә Рәсәй конкурсын уңышлы үтеп, “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты буйынса финанслау аласаҡ.
Ә музейҙағы мультимедиялы гид проектына килгәндә, уның директоры Ирина Урманова билдәләүенсә, был экспонаттар менән танышыуҙың иң ябай, заманса юлы. Һәр бер экспонат өсөн контент билдәләнгән. Унда музей, ҡайһы бер деталдәр хакында тулыраҡ мәғлүмәттәр, телефон йәки компьютер ярҙамында аудиогид белемде арттырыусы мәҡәләләр менән таныштырасаҡ.
Музей етәксеһе билдәләүенсә, был система бик ябай эшләй. Бының өсөн музейға килеп приложениены үҙеңә күсерергә һәм камераны экспонаттарға йүнәлтергә кәрәк: ”Был айырыуса быяла витриналар эсендә ултырған экспонаттар өсөн мөһим. Уны ентекләп ҡарау мөмкинлеге юҡ бит”-тип билдәләй Ирина Урманова.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в